Республикабыҙ Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә

Республикабыҙ Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә

Төп байрам ҡупшыҡайҙары Өфөлә Ленин һәм С.Юлаев майҙандарында ҡуйылһа, тағы 16 шыршы ҡала райондарында урынлашҡан. Ҡышҡы каникулдар мәлендә Өфөлә 31 боҙ, 90 хоккей майҙансығы һәм 22 саңғы трассаһы эшләйәсәк. Иң ҙур һырғалаҡ быйыл да Ағиҙел ярында. Уның оҙонлоғо 800 метр. Асыу тантанаһы 25 декабрға билдәләнгән. Ошо уҡ көндә Ҡыш бабай резинденцияһы үҙ эшен башлай. Ул да быйыл Ағиҙел ярында урын алған. Инеү бушлай. Башҡалала үтәсәк төрлө кимәлдәге ҡышҡы уйындарға барлыҡ майҙансыҡтар ҙа тиерлек.