Балалар уйнаған боҙ тауҙары, лабиринттар, башҡа күңел асыу урындары хәүефһеҙлек талаптары тулы үтәлергә тейеш. Уларҙың техник хәлен махсус комиссия 20 декабрҙә тикшереп ҡабул итәсәк. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә рөхсәт ителмәгән урындарҙа тау шыуып имгәнә. Ошо көндәрҙә генә алты йәшлек бала тюбингта шыуғанда ағасҡа бәрелгәс, ашығыс медицина ярҙам машинаһын саҡыртырға тура килгән. Махсус рейдтар уҙғарылып торһа ла, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеүселәр байтаҡ. Шуға ла дәүләт техник күҙәтеүе хатта ҡышҡы аттракциондарҙы ла ентекләп тикшереп ҡабул итеп ала. Анастасия Мөхәмәтйәнова көн һайын мәктәптән ҡайтышлай балалары менән паркта йөрөүҙе ғәҙәт итеп алған. Тау шыуыу тик тәғәйен урындарҙа ғына булырға тейеш, быға яуаплы ҡарарға кәрәк, ти ханым.Балалар өсөн, әлбиттә, ата-әсәләр яуаплы. Тик күп осраҡта улар үҙҙәре сабыйҙарын хәүефле урындарға алып килә. Ҡыш башланып та өлгөрмәҫ элек, Өфөнөң Аврора урамы янында рөхсәт ителмәгән тауҙан шыуып, бер баланың ауыр тән йәрәхәттәре алып реанимация бүлегенә эләгеүе лә билдәле. Ҡаланың төрлө ял итеү урындарындағы аттракциондар ҙа махсус тикшереү үтеп, тәғәйен талаптарға яуап биргәс кенә асыла. Һуңғы йылдарҙа махсус урынлаштырылған тауҙарға хәүефһеҙлек талаптары үҙгәргән. Уларҙы дәүләт техник күҙәтеүе органдарында теркәү мотлаҡ. Күңелле ял бәхетһеҙлек йәки тән йәрәхәттәре менән генә тамамланмаһын өсөн ҡышҡы тауҙар махсус талаптарға тура килергә тейеш. Тауҙың бейеклеген, сиктәрен билдәләү мотлаҡ.Яңы йыл каникулдары осоронда аттракциондар хәүефһеҙлеге өсөн яуап биреүсе инженер-инспекторҙар ҙа эшләйәсәк. Талаптар ҡәтғиләшеп, инспекторҙар көн дауамында дежурҙа булһа ла, балалар һәм ата-әсәләр ҙә аттракциондарҙа уяулыҡты юғалтмаҫҡа тейеш.Өлкәндәр һәм балалар өсөн аттракционды файҙаланыу ҡағиҙәләре һәм тиҙ ярҙам хеҙмәте телефондары яҙылған белдереү эленеп торорға тейеш. Яңыртылған Дим паркында бындай иғлан бар.
Хәүефһеҙлек саралары хаҡында оноторға ярамай
Хәүефһеҙлек саралары хаҡында оноторға ярамай.