Юҡ нәмә өсөн хаҡ

Юҡ нәмә өсөн хаҡ

Өфөләге “хрущевкаларҙың” береһендә йәшәгән кешеләр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр квитанцияһы буйынса лифт тотоуға аҡса түләй. Был ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы сыҡҡан фатир хужалары мәнфәғәттәрен яҡлауҙы талап итә. Улар менән бергә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева дөрөҫлөктө асыҡларға тырышты. Торлаҡ күмәк төҙөлә башлаған дәүерҙән бирле торған биш ҡатлы кирбес йорттар Өфөлә лә, илдең башҡа ҡалаһында ла етерлек. Үткән быуат аҙағында уларҙың тар араһына өҫтәмә йорттар һалыу ҙа яңылыҡ түгел. Иҫке менән яңыны тоташтырып торлаҡ хеҙмәтләндереү хаҡтарын тигеҙләү ғәжәпләндерә. Башҡаланың Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы 6 кәсер 8-енсе йорттоң ике яҡ ситтәге биш ҡатлы өлөштәре алтмышынсы йылдар башында, урталағы алты ҡатлыһы – һикһәненсе йылдарҙа төҙөлгән. Яңы яҡтағы 10 фатир замана уңайлыҡтарының береһен файҙалана. Улары ла өлөшләтә генә. Һигеҙ подъезлы йорттоң һуңынан өҫтәп төҙөлгән икәүһендә генә лифт бар. Уларҙа ла бары өсөнсө ҡаттан алтынсыға тиклем лифтта йөрөргә мөмкин. Иң ҡыҙығы – лифт файҙаланған өсөн фатир хужаларының барыһы ла хаҡ түләй.Квитанциялағы уңайлыҡ фатир хужалары кеҫәһенән йылына түңәрәк сумманы тарта. Яңыраҡ лифт кабиналарын алмаштырыуға түләгәндәр. Лифт бөтөнләй ҡаралмаған яҡта йәшәгәндәрҙең ғәҙелһеҙлеккә асыуы килә.Фатир хужалары был аҡсаны башҡа файҙалы сығымдарға йүнәлтер инек, тиҙәр. Сөнки төрлө “йәштәге” йорттарҙы бер бинаға тоташтырып “яңыртып” алыу эске ҡоролмаларҙың торошон яңыртмай. Йорт комитеты электр селтәре именлеге өсөн борсола. Ошо үтенесен бер нисә йыл элек торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идараһына еткергәндәр. Ике лифт хәҙер элекке өс торлаҡ йорттоң бер дөйөм мөлкәте һәм уны аҫрау уртаҡ бурыс, тип белдерҙеләр беҙгә Совет районының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығында. Был тәртипте фатир хужаларының дөйөм йыйылышта ҡабул иткән ҡарары ғына үҙгәртә ала. Тик ул ҡарар менән лифтты көн дә файҙаланған кешеләр ҙә риза булырға тейеш. Милек хужалары йыйылыш үткәреп лифт өсөн түләүҙе уны файҙаланған подъездар иңенә генә һалыуҙы талап итә ала. Идара итеүсе компанияның был ҡарарҙы үтәмәҫкә хоҡуғы юҡ. Закон белгестәре фатир хужаларына мәнфәғәттәрен суд аша яҡларға кәңәш итә.