“Татар йыры” Халыҡ-ара фестивале 23-сө тапҡыр йылдың иң сағыу йырсыларын йыя. Быйыл уларҙы Өфө тамашасыһы ла күрҙе. Йәшәтр һарайындағы тамашанан Ләйсән Тимербулатова репортажы. 23 йыллыҡ тарихы булған Татар йыры фестивале бик күп йырсыларға танылыу яуларға ярҙам итте. Әле иһә инде күптән яратып өлгөргән кумирҙарын тыңлар өсөн шығырым тулы зал тамашасылар йыйыла. Хатта ҡултыҡ таяғында булыуға ҡарамаҫтан, тамашасылар Татар йырына ашҡына.Фестиваль йырсыларҙы, тамашасыларҙы ғына түгел, ҡалаларҙы ла берләштерә.Татар эстрадаһы йылға йомғаҡ яһай. Иң популяр йырҙарҙы башҡарыусылар сәхнәлә. Исемлектә фестивалдең асыштары ла бар. Шуларҙың береһе — Фәриҙә Ибраһимова. Ул Татарстандың Мамадыш ҡалаһында мәктәптә эшләй, биологиянан уҡыта. Ә Лия Шәмсина 13 йәшенән сәхнәлә, ул да “Татар йыры” фестивалендә беренсегә ҡатнаша. Тормош иптәше менән бергә сығыш яһай. Тамашасылар уны Артур Маузер псевдонимы аша таный.Фестивалгә тамыр йәйгән йырсылар ҙа байтаҡ. Йәштәре сәхнәгә сығыу алдынан тулҡынланыу кисерһә, тәжрибәлеләре ил, халыҡ яҙмышы өсөн борсолоулы уйҙары менән уртаҡлаша.Йырсыларҙың һәр йырын алҡыштарға күмә тамашасы. Сәхнә йондоҙҙары уларҙың һөйөүен сәхнәлә тороп та ныҡ тойоуҙары тураһында уртаҡлашты. Ә яҡташтарыбыҙ тыуған төбәгендә сығыш яһап, ижади көс алыуҙарын һөйләне.“Татар йыры” фестивале шул тиклем мөһим, хатта йырсылар бер кискә гастроль турын өҙөп, Өфөгә килеп еткән. Оҫта һәм шаян алып барыусылар, көслө музыканттар, тере тауыш, тере музыка, тамашасылар яратҡан йырҙар һәм талантлы арстистар – барыһы ла бергә ҡушылып 23-сө “Татар йыры” фестивален онотолмаҫлыҡ итте. Зал йырсыларға ҡушылып йырлай, ул көйҙәргә сәхнәлә бейеүселәр генә түгел, хатта баянсы, гитаристар ҙа сыҙап тора алмай.
“Татар йыры” фестивале сағыу йырсыларын йыя
“Татар йыры” фестивале сағыу йырсыларын йыя