Көн үҙәгендә сыҡҡан янғын бер нисә минут эсендә өй һәм эргә-тирәләге 8 төҙөлөш объекттарын юҡҡа сығара. Бәхеткә ҡаршы һәләк булыусылар юҡ. Янғын бер кемде, бер нәмәне лә аямай. Был осраҡта ла документтар, ҡышҡы, йәйге кейемдәр, бер нәмәне лә ҡотҡарып ҡала алмағандар. Оло улдары Ринат бәләкәй ике туғанын ғына уттан сығарып өлгөрә. Тәне ныҡ бешһә лә ауыртыуҙарға түҙеп, дауаханала ятыуҙан баш тартҡан. Янғынды һүндерергә тырышып ауыл халҡы яҡындағы ҡоҙоҡтарҙан һыу ташыны, әммә утҡа яҡын барырлыҡ түгел ине, тип иҫләй Ринат Нәбиуллин. Кеше ҡайғыһына битараф булмағандар хәленән килгәнсә ярҙам итә. Кейем-һалым килтерә, урындағы эшҡыуар төҙөлөш өсөн таҡталар әҙерләгән. Активистар ауыл халҡынан 70 мең һум тирәһе аҡса йыйған, Шишмә ауыл биләмәһе лә үҙ өлөшөн индерә. Әммә был яңынан йорт күтәреү өсөн етмәй әле. Райондың социаль ярҙам хеҙмәте лә 50 мең һум самаһы аҡсалата ярҙам бирергә ниәтләй. Әле Сайпановтар ғаиләһе ваҡытлыса ҡаршыла буш торған өйҙә йәшәй, 4 бәләкәй баланы туғандары ҡарай. Кесе туғандарын уттан алып сыҡҡан Ринатҡа урындағы хакимиәт герой исеме биреүҙе лә хәстәрләй. Әммә егет әле дарыуҙарға мохтаж. Ә 9 кешенән торған ғаилә ҡышҡа тиклем яңы йорт һалып сығырға тигән хыял менән йәшәй.
Бөрө районында 9 кешелек ғаилә ярҙамға мохтаж
Тулыраҡ: Бөрө районында 9 кешелек ғаилә ярҙамға мохтаж