Республиканың айырым райондарында ҡоролоҡ күҙәтелә

Тулыраҡ: Республиканың айырым райондарында ҡоролоҡ күҙәтелә

Башҡортостанда әле янғынға ҡаршы махсус режим иғлан ителгән. Был осорҙа ут яғырға, ҡороған үләндәргә ут төртөргә ярамай. Урындарҙа хәл бик ҡатмарлы булып ҡала. Шуға ла дежур итеү ойошторола, урмандар айырыуса күҙәтеүгә алынған. Режимды боҙған осраҡта 5 мең, шәхси эшҡыуарҙарға 50 мең, Предприятиелар, ойошмаларға 500 мең штраф ҡаралған.