Бер көндә 600 саҡырым юл һәм 3 район

Тулыраҡ: Бер көндә 600 саҡырым юл һәм 3 район

Рөстәм Хәмитов төнъяҡ-көнбайыш райондарға эш сәфәре сиктәрендә урындағы ауыл хужалығы ойошмаларында булып, балалар баҡсаһы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм башҡа ойошмалар эшен дә ҡараны. Бер көндә 600 саҡырым юл һәм 3 район. Рөстәм Хәмитов республиканың төнъяҡ-көнбайыш төбәгендә ураҡ барышы, кесе эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм социаль объекттар торошо менән танышты. Был комбайн яңы өлөргән игенде йыйырға сыҡҡан. Ауыл хеҙмәтсәндәре баҫыуҙың уңышы яҡшы булырына ышана. Бында тәжрибә маҡсатында төрлө сорттарҙы сәскәндәр. Әммә йүнселдәрҙе бөгөн күпкә етди мәсьәләләр борсой. Сөнки тәжрибә хужалыҡтары өсөн финанс ярҙам күләме кәмей. Шулай ҙа улар ҡул ҡаушарып ултырмай.Эре хужалыҡтарҙың проблемалары ла ҙурыраҡ булһа, фермерҙарҙың хәле күпкә яҡшыраҡ. Был ат һарайында эшләүселәрҙең айлыҡ эш хаҡы – 24 мең һум. Эшҡыуар бер нисә йүнәлеште бергә алып бара, ул умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә, игенен дә сәсә, ағас та эшкәртә. Республика башлығы ауылдағы медицина мәсьәләһен дә урап үтмәне. Борай ауылында Рөстәм Хәмитов район дауаханаһының яңы корпусын ҡараны. Ул былтыр файҙаланыуға тапшырылған. Клиника бөтә төнъяҡ-көнбайышты хеҙмәтләндерә. Эш сәфәре һуңында Рөстәм Хәмитов хакимиәт вәкилдәрен, депутаттарҙы һәм ауыл биләмәләре башлыҡтарын бергә йыйып көнүҙәк мәсьәләләрҙе барланы. Сәфәр маршрутындағы Тәтешле, Борай һәм Балтас райондарындағы хәлдәр менән төбәк башлығы ҡәнәғәт ҡалды. Шулай ҙа проблемалар юҡ түгел. Мәҫәлән. Инвесторҙар йәлеп итеүҙе әүҙемләштерергә һәм урындағы тауар етештереүселәргә ярҙам итергә кәрәк. Тап улар урындағы бюджетты тулыландырыусылар.Тәү сиратта хеҙмәт кешеһен яҡлау. Дәүләт яңы эш урындары булдырыусыларға ярҙам итергә әҙер. Мәҫәлән, Борайҙағы һарыҡсылыҡ фермаһына Рөстәм Хәмитов субсидия юлларға кәңәш итте. Бында әле 1 мең 200 баш ваҡ мал иҫәпләнә, яҡын киләсәктә йүнселдәр уны 10 мең башҡа еткерергә ниәтләй.Республика ауылдың социаль йәшәйешен артабан да үҫтерәсәк. Иҫке Балтаста 1 йыл элек төҙөлгән балалар баҡсаһы һәм физкультура – һауыҡтырыу комплексы эше менән танышҡандан һуң Рөстәм Хәмитов объекттарҙы буш тотомаҫҡа һәм халыҡты әүҙемерәк спортҡа йәлеп итергә саҡырҙы.