Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Афғанстандағы һуғыштан һуң тәүге тапҡыр Рәсәй хәрбиҙәре Сүриәлә Американың үҙәк тикшереү идаралығы өйрәткән хәрбиҙәр менән асыҡтан-асыҡ ҡаршы тора, тип яҙа Нью Йорк Таймс. Сүриәлә Рәсәйҙең уңышлы аҙымдары Вашингтонды Мәсәү менән хеҙмәттәшлек юлдарын эҙләргә мәжбүр итә. Абруйлы баҫма Рәсәй хәрбиҙәре Президент Владимир Путин ҡуйған барлыҡ бурыстарҙы ла теүәл үтәй тигән һығымаға килгән.

Македонияла көслө ямғырҙар яуып һыу баҫыу сәбәпле 20 кеше һәләк булған. Юлдарҙа автомобилдәрҙе һыу ағыҙып алып киткән. Күптәр машиналарынан сыға алмаған. Йәрәхәтләнеүселәр йөҙҙән ашыу тип хәбәр ителә.

Италия Альптарындағы Маттерхорн тауы битләүендә Бөйөк Британия туристарының үле кәүҙәләре табылған. Үткән аҙна уотаһында улар менән бәйләнеш өҙөлгәйне. Ҡотҡарыу операцияһы көслө ел һәм һыуыҡтар сәбәпле тотҡарланып торғайны. Туристарҙың үлеме тап һауа торошона бәйле булыуы ихтимал, тип фаразлай ҡотҡарыусылар.

Халыҡ-ара паралимпия комитеты Рәсәй йыйылма командаһын Паралимпия уйындарынан ситләштерҙе. Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутко был ҡарарға Лозанналағы халыҡ-ара арбитраж судында дәғүә белдереләсәк, тине. Паралимпия уйындары Рио-де-Жанейрола сентябрҙың 7 башлана. Билдәле спортсылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Рәсәй йыйылма командаһын Паралимпия уйындарынан ситләтеүҙе ҡырҡа тәнҡитләп сыҡты. Был- спортсылар өсөн етди тетрәнеү, сәйәсәттән спортсылар зыян күрергә тейеш түгел ти Башҡортостандың олимпиа резервын әҙерләү һәм балаларға физик тәрбиә биреү идаралығы етәксеһе Рәшит Кәримов.