Әлшәй районындағы иң ҙур ауылдарҙың береһе – Шафран үҙенә яҡташтарҙы йыйҙы

Тулыраҡ: Әлшәй районындағы иң ҙур ауылдарҙың береһе – Шафран үҙенә яҡташтарҙы йыйҙы

“Ауыл көнө” байрамы күңел асыу сараһы ғына түгел. Тап ошо осрашыуҙа биләмәне борсоған мәсьәләләр аныҡланып, киләсәкәк маҡсаттар ҙа билдәләнде. Шафрандағы һәр рәсми сара тап ошо обелиск янында һәм уның эргәһендәге туғандар ҡәберлегендә башлана. Бында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яраланып, госпиталдә вафат булған һалдаттарҙы ерләгәндәр. Ике мәктәбе, балалар баҡсаһы, шифаханаһы булған Шафран үҙ тарихы менән хаҡлы ғорурлана ала. Республиканың башҡа төбәктәрендәге ауыл тормошонан айырылмай Шафран халҡының көнитмеше. Сәйәси мәсьәләләр ҙә иғтибар үҙәгендә, йәмәғәт ойошмаларын тергеҙеү, йәштәр менән эшләү киләсәк нигеҙе. Ғорурлыҡ менән бергә хәл итергә тейешле мәсьәләләр ҙә юҡ түгел Шафранда. Урындағы халыҡ ауыл хакимиәте, район хужаларына ышана. Төрлө бағыусылар көсө, ҡаҙна аҡсалары ярҙамында һыу торбаларын һуҙғандар, тимер юлы аша сығыу өсөн күпер ҙә булыр тигән өмөт бар. Әлшәйҙәр бөгөн инвесторҙар менән эшләүҙе хуп күрә. Бағыусылар аҡсаны иҡтисадҡа ғына бүлмәй, мәғариф тармағы ла хәҙер ышаныслы проекттар исемлегендә. Чехов исемендәге балалар шифаханаһында, мәҫәлән, миҙгеленә ике меңдән ашыу сабый сәләмәтлеген нығыта. Бында сабыйҙарҙы ҡымыҙ менән дауалайҙар. Киләсәк нигеҙе тарихты белеүҙә, ти Әлшәй халҡы. Шафрандағы “Ауыл көнө”, Шафрандағы шифахана, Чехов исемен йөрөткән балалар лагеры – уларҙың барыһы ла төбәктең өмөтлө киләсәген раҫлай.