Урланған йәшлек

Урланған йәшлек

"Нур" дәүләт татар театрында Зифа Ҡадированың әҫәре буйынса "Урланған йәшлек" спектакленең премьераһы үтте. Төп ролдә — Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Миңленур Сәйетова-Ғиззәтуллина. Был спектакль актрисаның алтын юбилейы уңыйынан сәхнәләштерелгән. Тиҫтәләгән әҫәрҙәр араһынан юбиляр үҙенә оҡшағанын һайлай һәм Зифа Ҡадированың яңы ғына яҙылған “Урланған йәшлек” повесына инсценировка яҙыла. Әҫәрҙең авторы, уны сәхнәгә сығарыусылар менән хәбәрсебеҙ Алһыу Суфиянова аралашты.Сәхнәгә сығырға ни бары бер нисә минут ваҡыт ҡалған. Миңленур ханым – танылған сәхнә оҫтаһы, 30 йыл тамашасыны төрлө сағыу ролдәр менән ҡыуандырҙы һәм уны сәхнәлә янып торған актриса булараҡ ҡабул итәләр. Ә бына бенефис спектаклендә Миңленур ханым үҙенә бөтөнләй икенсе роль һайлай. Миңленур Сәйетова- Ғиззәтуллина – Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы. Сәхнәлә уйнамайым, ә сәхнәлә йәшәйем, ти актриса һәм һәр ролен күңеле аша үткәреп башҡара. Милли, рус һәм сит ил классиктарының әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрендә балҡый, уның иҫәбендә 100-ҙән ашыу роль. Артист өсөн тыуған көндө сәхнәлә тамашасы менән ҡаршы алыу – иң ҙур бәхет. Бенефис актрисаның ижадын яратыусы тамашасылар менән тулы ине. Миңленур Сәйетова-Ғиззәтуллина байтаҡ ҡотлауҙар ҡабул итте. Актриса, үҙ сиратында, иһә тамашасыны өр яңы роле менән ҡыуандырҙы.Спектакль яңы әҫәр буйынса сәхнәләштерелгән. Зифа Ҡадирова “Урланған йәшлек” повесын йыл башында яҙа һәм апрель айында китап итеп баҫтырып сығарған. "Урланған йәшлек"  — ауыр яҙмышлы ҡатын-ҡыҙ тураһындағы әҫәр. Ғүмере буйы тик кәмһетеүҙәр һәм бәхетһеҙлек кисергән ҡатын бер көн үҙендә бар донъяһын ташлап сығып китерлек, ыҙаларҙан ҡасырлыҡ көс таба. Йәшлеге үтһә лә, яңы тормош башларға баҙнат итә һәм үҙ бәхетен таба. Әлбиттә, повесттан спектакль өсөн сценарий айырыла, әммә төп идея һаҡлана, ти сценарий авторы.Ысынлап та, тамашасының китапты ҡулға алып уҡыу теләге уянды. Автор өсөн дә был ҙур баһа. Һәм һәр теләгән тамашасыға Зифа Ҡадирова үҙенең ҡултамғаһы менән теләктәр яҙып бирҙе. Уның әҫәрҙәрендә хәҙерге заман проблемалары күтәрелә һәм йомғаҡлау өлөшө яҡшы тамамлана, геройҙарына ул бәхеткә өмөт бирә.