Мобилизацияланыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары 20 мең һумлыҡ түләүҙәрҙе был аҙнала ала башлай. Был турала республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе. Әлегә түләүҙәрҙе алыу тураһында 4 мең 141 ғариза бирелгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам тураһындағы Указға Республика етәксеһе Радий Хәбиров 5 декабрь ҡул ҡуйғайны. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов репортажына ҡарағыҙ.Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә 20-шәр мең һумлыҡ түләүгә бәйле һорауҙар үткән аҙнала Инцидент-менеджментҡа ла күпләп килгән. Брифингтар үткәрелгән, аҡса кемдәргә тәғәйен икәнлеге аңлатылған, был аҙнала тәүге түләүҙәр башлана тиелде Оператив кәңәшмәлә. Башҡортостан хәрби операцияның беренсе һыҙығында йөрөгән яҡташтарын да онотмай. Ошо көндәрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға күсерелгән Шайморатов батальонына Республиканан сираттағы ылау һәм ҙур делегация килде. Оператив кәңәшмәләге доклад алдынан видеоөҙөк күрһәтелде. Яугирҙәргә тулы медицина тикшереүе үтер өсөн күсмә госпиталь ойошторолдо, билдәле артистар ҡатнашлығында концерт егеттәргә һуғыш михнәттәрен бер аҙға оноторға ярҙам итте тиелде докладта. Радий Хәбиров Башҡортостан яугирҙәренә ярҙам даими буласаҡ, тип вәғәҙәләне. Башҡорт ирекле батальондарында хеҙмәт иткән ир-егеттәрҙең балалары уҡыған мәктәптәрҙә “Шайморатов класстарын” асыу тәҡдиме яңғыраны. Ә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм мобилизацияланыусыларҙың балалары яңы йыл байрамдары уңайынан ойошторолған тамашаларҙы бушлай ҡарай ала. Мәҙәниәт министрлығы ойошторған сараларға сәләмәтлек мөмкинлектәре буйынса килә алмағандарға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу үҙҙәре киләсәк. Тамашаларға килгәндә, йәкшәмбелә Опера һәм балет театрында “Щелкунчик” әкиәте менән башланып китә. Ғинуар уртаһына тиклем төбәктәге мәҙәниәт учреждениеларында 450-нән ашыу төрлө тамаша үткәреләсәк. Уларҙың тулы исемлеге менән “Культурный мир Башкортостана” порталында танышырға мөмкин. Төп шыршы байрамы 22 декабрҙә Өфөлә үтә. Унда 1 меңдән ашыу бала саҡырыу алған. Йылдың төп мөғжизәле байрамына коммуналь хеҙмәттәр ҙә етди әҙерләнә, район-ҡалаларҙа бөгөнгә 942 урында шыршы ҡуйылған, 509 боҙ майҙансыҡтарында әҙерлек эштәре бара. Спорт объекттары ла был осорҙа буш тормаясаҡ. Оператив кәңәшмәләге сираттағы доклад мәктәптәрҙә туҡланыу мәсьәләһенә бәйле ине. Унда башлыса үткән аҙналарҙа ойошторолған тикшереү-күҙәтеүҙәр анализланды. Белем усаҡтарында әҙерләнгән аш-һыу сифатының түбән булыуында ашнаҡсыларҙың технологияны үтәмәйенсә самаға ышанып бешереүе, түбән сифатлы сеймал ҡулланылыуы һәм ризыҡты дөрөҫ һаҡламауҙар аталды. Радий Хәбиров даими контроль булдырырға ҡушты. Һаулыҡ һаҡлау министры үҙ докладында Башҡортостанда ГРИПП-тыү көсәйеүенә айырым иғтибар итте. Үткән аҙналағынан сирлеәүселәр 22 процентҡа артҡан. Ә бына КОВИД диагнозлылар һаны бер ай эсендә 6 процентҡа кәмегән. Ағымдағы аҙна Республикала Башҡорт теле тематикаһында үтәсәк. Иртәгә, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнәсәк билдәләнәсәк байрам 2019 йылда Башҡортостан Башлығы указы менән булдырылды. Быйыл был сараға Рәсәйҙең 6 төбәге ҡуышла. Саралар исемлеге менән Оператив кәңәшмәлә Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Илнур Мөхйәнов таныштырҙы. Доклад тейешенсә, башҡорт телендә яңғыраны. “Минең Рәми” шиғриәт бәйгеһе, “Бикбаев уҡыуҙары”, “Шиғри аш” флешмобы, “Башҡорт телен яратам” берҙәм дәресе һәм башҡа бихисап саралар үтә. Уларҙың маҡсаты бер – Башҡорт телен киң ҡулланылышта популярлаштырыу, тыуған телебеҙгә һөйөү һәм ихтирам күрһәтеү, йәш быуынды ошо өлгөлә тәрбиәләү.
20 мең һумлыҡ түләүҙәр был аҙнала бирелә башлай
20 мең һумлыҡ түләүҙәр был аҙнала бирелә башлай