Башҡортостан ирекмәндәрен берләштергән өсөнсө батальон махсус хәрби операция урынына юлға әҙерләнә. Салауат Юлаев исемендәге батальон вәкилдәре “Рәсәй” медиаүҙәгендә республика киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре менән осрашты. Матбуғат конференцияһы “Башҡортостан24” каналында тура эфирға сыҡты. Салауат Юлаев батальонының төп составы тупланған, әлеге көндә хәрбиҙәрҙең махсус әҙерлек осоро тамамлана. Йәмәғәт штабы етәксеһе Ирек Бикташев белдереүенсә, ирекмән батальонына ҡушылырға теләүселәр күп, штаб филиалдары райондарҙа ла эшләгән. Батальон Росгвардия ғәскәрҙәре составына инә, шуға күрә хәрбиҙәргә ҡарата талаптар билдәләнгән. Тейешле документтарҙан тыш хәрби табип комиссияһын үтеү мотлаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр ҙә бар, батальонға 27 йәштән 50 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Ирекмәндәр өсөн аҡсалата түләүҙәр ҡаралған. Уларҙың ғаиләләренә урындарҙа ярҙам күрһәтеүҙе штаб үҙ иңенә алған. Салауат Юлаев исемендәге батальондың йәмәғәт штабы етәксеһе урынбаҫары Алмаз Юлбарисов белдереүенсә, илһөйәрлек тойғоһон махсус хәрби операцияға юлланғандар ғына түгел, ә эшҡыуарҙар, гүзәл зат, ил именлеге хаҡына өлөшөн индерергә теләгән һәр кем күрһәтә.
Салауат Юлаев исемендәге батальон юлға әҙерләнә
Салауат Юлаев исемендәге батальон юлға әҙерләнә