Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Грузия һәм Көньяҡ Осетияла биш көнлөк һуғыш ҡорбандарын иҫкә алалар. 2008 йылда Грузия Көньяҡ Осетия башҡалаһын утҡа тотто. Бер көндән һуң төбәккә Рәсәй ҡораллы көстәре инеп Грузияны тыныслыҡҡа саҡырҙы. 12 августа операция тамамланды. 26 август Рәсәй Көньяҡ Осетия һәм Абхазияны рәсми таныны. Яуап итеп Грузия беҙҙең ил менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙҙө.

Португалияла урман янғындары ҡотора. Тәбиғәт ҡазаһы менән көрәшкә 5 мең кеше йәлеп ителгән. Көслө ел уттың күберәк майҙанды ялмап алыуына булышлыҡ итә. 5 урында янғын әле һаман контрогә алынмаған.

Интернет селтәрендә әлеге ваҡытта Олимпия уйындары үткән Рио-де-Жанейрола үҫмерҙәрҙең туристарҙы талауы тураһындағы роликты 11 миллион кеше ҡараған. Йәш енәйәтселәр үтеп барыусыларҙы асфальтҡа һалып тигәндәй талай. Улар муйындағы алтын сылбырҙарҙы ғына һалдырып алмай, сумка һәм рюкзактарҙы ла алып ҡаса.