Хаҡтар йылдан-йыл ҡиммәтләнә, ә уҡыу йорттарында талаптар арта. Бер баланы уҡыуға әҙерләү күпмегә тѳшә? Магазиндарҙағы хаҡтарға ата-әсәләр генә түгел, хатта балалар ҙа аптырай. Быйыл беренсе классҡа барған улын кейендерер өсөн генә әсәгә кеҫәһенән мул ғына аҡса сығарып һалырға тура килә. Малайҙар өсөн күлдәк, салбар, ҡайыш, пинжәк, галстук – һанай китһәң ҙур ғына сумма йыйыла – биш мең тирәһе. Арзаныраҡ хаҡ ҡына түгел, балаға оҡшаған, уңайлы кейем да табырға кәрәк. Бер төрлө мәктәп формаһы индергән уҡыу йорттары ла бихисап. Унда уҡығандарға кибеттәр буйлап эҙләнеп йөрөү кәрәкмәй. Заказ буйынса тегелгән кейемде килдең дә алдың. Тик ҡайһы берҙәрҙе был да ҡәнәғәтләндермәй. Сөнки форманың оҡшап етмәүе, йәки туҡыманың сифатһыҙ булыуы бар. Хаҡтар ҙа беркетелгән, төшөртөп булмай. Өлкән класстарҙа уҡығандарға еңелерәк. Кейемдең оҡшғанын, күңеленә ятҡанын үҙҙәре һайлай. Ата-әсәнең аҡсаһы ғына етһен. Бигерәк тә, ҡыҙҙар алмашҡа тағы ла бер-нисә кейем алырға ярата. Шулай уҡ, уртаса 5 мең сыға.Альбом, дәфтәр, көндәлек, ручка, ҡәләм – дөйөм алғанда, канцелярия әйберҙәренә генә лә кәмендә мең һум китә. Ә ҡайһы бер мәктәптәрҙә хатта уҡыу әсбаптарын һәм фәндәр буйынса дәфтәрҙәрҙе лә ата-әсәгә үҙҙәренә һатып алырға тура килә. Уларҙың хаҡы 50-ән 500-гә хәтлем етә. Дәреслектәрҙең һаны һәр мәктәптең уҡыу программаһына ярашлы алына. Ә тағы ла портфель – уртаса 3 мең, спорт кейеме яҡынса ике мең, аяҡ кейемдәре лә шул хаҡҡа барып баҫа. Һанап сығарһаң, бер уҡыусыны мәктәпкә әҙерләр өсөн уртаса 15 мең һум кәрәклеге асыҡлана. Күп балалалы ғаиләләргә икеләтә, йә өсләтә аттырып түләргә тура килә. Был сумма әлеге хаҡтар буйынса иҫәпләнде. Ә август аҙаҡтарына хаҡтар айырыуса шашып китә. Шуға ата-әсәгә мөмкин тиклем иртәрәк балаларын уҡыуға әҙреләп ҡуйһа, арзаныраҡҡа төшә. Сауҙа нөктәләре, баҙарҙарҙа йәрминкәләр гөрләп тора. Һәр кем, кеҫәһенә, әйберҙең сифатына ҡарап, күңеленә оҡшағанын һайлай ала.
Йәйҙең һуңғы айына аяҡ баҫыу менән ата-әсәләр балаларын мәктәпкә әҙерләү мәшәҡәте менән яна башлай
Тулыраҡ: Йәйҙең һуңғы айына аяҡ баҫыу менән ата-әсәләр балаларын мәктәпкә әҙерләү мәшәҡәте менән яна башлай