Халыҡ артисы Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов 75 йәшлек юбилейын билдәләй

Тулыраҡ: Халыҡ артисы Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов 75 йәшлек юбилейын билдәләй

Халыҡ артисы Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Уны ҡотларға Ырымбур дәүләт драма театры артистары ла килгәйне. Киләһе репортаж Мәсетле районынан. Менер тауыңа үҙ ваҡытыңда менеп ҡалырға кәрәк... Мостай Кәримдең ҙур мәғәнәгә эйә булған Кендек һүҙҙәре бөгөн тағы ла бер ҡат яңғыраны һәм ижадташ дуҫтарҙы бергә йыйҙы. Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылының халҡы 75 йәшлек юбилейын билдәләгән режиссер Рифҡәт Исрафиловты ҡоласлап ҡаршы алды һәм байрам уңайынан ҙур сара ойошторҙо. Сәхнә түрендә талант эйәһенә бағышланған ҡотлауҙар һәм теләктәр яңғыраны. Рифҡәт Исрафилов башҡорт театрын халыҡ – ара кимәлгә сығарған талантлы режиссерҙарҙың береһе. Ул ижад иткән спектаклдәр аша күпселек актерҙар дан һәм танылыу яуланы. Кендек образын башҡарған Олег Ханов бөгөн дә тормошта ла, ижад та ла уның яҡын дуҫы. Рифҡәт Исрафиловтың емешле ижады тарих биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙылған. Ул сәхнәләштергән спектаклдәр телевидение, радио архивында һаҡлана һәм театр тәнҡитселәре тарафынан бихисап баҫмаларҙа баҫылған. Данлыҡлы режиссерҙың уңыш сере нимәлә тигән һорауға, уның ҡыҙы, билдәле журналист Элла Курильская ябай яуап бирә – тырышлыҡ һәм түҙемлек. Туҡтауһыҙ ижад юлында булған режиссер Рифҡәт Исрафилов бөгөн дә Максим Горький исемендәге театр менән етәкселек итә һәм төрлө жанрлы әҫәрҙәр сәхнәләштерә. Александр Вампилов әҫәре буйынса күрһәтелгән спектакль тамашасыларҙы шатландырҙы һәм көтөп алған ҙур бүләк булып яңғыраны.