СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләренә лә ташламалар биреләсәк

СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләренә лә ташламалар биреләсәк

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләренә лә ташламалар биреләсәк. Был турала республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Әле республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ташламалар биреү мәсьәләһе ентекләп өйрәнелә. Башҡортостан халҡынан “Инцидент-менеджмент” системаһына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләрен социаль яҡлау саралары буйынса 492 мөрәжәғәт килгән. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов репортажыҮткән аҙнаны йомғаҡлап киләһенә маҡсат-бурыстар аныҡлау – Оператив кәңәшмәнең төп асылын билдәләй. Йомғаҡлай торғандарын Радий Хәбиров “Алға” махсус иҡтисади зонаһынан башланы. Рәсәй буйынса быйыл “Алғалар” былтырғынан 4 баҫҡысҡа күтәрлеп 8-се баҫҡыста нығынған. “Газпром” менән 20 йыл элек ҡул ҡуйылған килешеүҙәр яңыртылды үткән аҙнала. Ул республика ауыл-ҡалаларын газ менән тәьмин итеү, автомобилдәр өсөн зәңгәр яғыулыҡ станцияларын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Тәүгеһе буйынса 2025 йылға республикала һәр йортҡа тиерлек газ торбалары барып етер, тип күҙаллана. Бизнес өсөн етди сара һәм матур байрамға әүерелгән Бизнес аҙналығының да йомғаҡлап әйтерлек ваҡиғалары булды – шуларҙың береһе ВУЗ-ара студенттар кампусы төҙөлөшө буйынса концессия килешеүе. Уның суммаһы 27 миллиард һумға яҡын. Үткән аҙналағы төп сәйәси ваҡиғаларҙың береһе – Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнәмә булды. Унда билдәләнгән төп фекер республиканың социаль-ҡитисади тотороҡлоғон тәьмин итеү һәм хәрбиҙәргә, уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеү. Киләһе йылдың тематикаһына туҡталып Радий Хәбиров уны исем өсөн генә билдәләргә кәрәкмәй тип үҙ позицияһын әйтте. Оператив отчеттарҙан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы биргән һандарға иғтибар итеү мөһим. Республикала аҙна һайын ГРИПП һәм киҫкен респиратор вирус менән сирләүселәр арта. Радий Хәбиров һаҡланыу сараларын күрергә саҡырҙы, ә бына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры сығышынан һуң тәнҡит һүҙҙәре әйтелде. Республика Башлығы күп райондарҙа һаман да боҙ ҡаласыҡтары әҙер булмауына хайран ҡалды. Район етәкселәре, юл һәм коммуналь хужалыҡ министрлыҡтары һауа торошона бәйле махсус бойороҡ алды. Республика Башлығы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн яңы йыл каникулдарында ла эште алып барырға, етди саралар кәрәк булһа уны кисекмәҫтән ҡабул итергә ҡушты. Мәктәп туризмы проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләрен барлап Туризм министры Башҡортостанда уның уңышлы тормошҡа ашырылыуы хаҡында әйтте. Йыл дауамында 5-9 класс уҡыусыларынан 11 меңдән ашыу бала төрлө туристик маршруттарҙа ҡатнашҡан. Киләһе йылға уларҙың һаны 3 тапҡырға күберәк буласаҡ. Мәктәп туризмы программаһына ингән сәйәхәттәрҙә патриотик тәрбиәгә ҙур иғтибар буласаҡ. Төп талаптарҙың береһе хәүефһеҙлек һәм уңайлыҡ. Радий Хәбиров оло йәштәгеләр өсөн туристик маршруттар программаһында ла квоталарҙы арттырырға ҡушты.