Өфө дәүләт нефть техник университетында яңы фәнни белем биреү үҙәге асылды

Өфө дәүләт нефть техник университетында яңы фәнни белем биреү үҙәге асылды

Ҙур инфраструктура проектын Роснефть бойомға ашыра. Үҙәкте асыу тантанаһында Радий Хәбиров ҡатнашты. Тау-нефть факультеты урынлашҡан биш ҡатлы бинаның 6 мең квадрат метр майҙанында комплекслы яңыртып ҡороу эштәре башҡарылған. Фәнни тикшеренеүҙәр һәм уҡыу йыһаздары яңыларына алмаштырылған. Үҙәктә разведка һәм быраулау өлкәһендә тәжрибәләр үткәреү маҡсатында 14, ятҡылыҡтарҙы табыу һәм файҙаланыу өлкәһендәге тикшеренеүҙәр өсөн 12 лабораторияны берләштергән 15 кластер ҡоролған. Бынан тыш цифралы моделләштереү кластары, техносфера хәүефһеҙлеге лабораториялары бар. Ҡоролма- йыһаздарҙың ҡайһы бер өлгөләренә донъяла тиңдәр юҡ. Үҙәк йылына 800-ҙән ашыу студент һәм аспирант әҙерләүгә иҫәпләнгән. Нефть техник университетының Тау-нефть факультеты асылғандан алып донъяның нефть һәм газ тармаҡтары өсөн 17 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарған. Эшҡыуарҙар республиканың алдынғы вуздары менән эш биреүселәр араһындағы хеҙмәттәшлекте ике яҡ өсөн дә уңышлы тип баһалай.