Өфөлә генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе айырым юнармия полкы составына яңы кадеттар алынды. Улар араһында урта белем биреү уҡыу йорттары студенттары һәм мәктәп уҡыусылары бар. Тулыраҡ Закир Шәрипов. Хас армиялағы кеүек. Студенттар иленә һәм тыуған Башҡортостанына тоғро һәм намыҫлы хеҙмәт итергә ант бирә. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе айырым юнармия полкы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып булдырыла. Уның составында йөҙҙән ашыу кеше. Был юлы 35 кадет алынды. Кадеттар араһында иң-иңдәре. Араларында уҡыу алдынғылары, спортсылар, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар бар. Тағы ла бер сара - кадет исемен йөрөтөп, юғары күрһәткестәргә өлгәшкән үҫмерҙәргә хәрби дәрәжәләр тапшырыу тантанаһы үтте.Ветерандар билдәләүенсә, үҫмерҙәр араһында лайыҡлы алмаш үҫә. Улар был ҡатмарлы осорҙа аңлы рәүештә беренсе айырым юнармия полкы составына ҡушылып, үҙҙәрен сыныҡтырып, хәрби булырға әҙерләнә. Йәш кадеттарға хәҙер инде күпте күргән остаздары уңыштар теләне.Ант биреү — хәрби булырға теләүсе тормошонда мөһим ваҡиға. Хәрби ант — кадет бурысын үтәүгә этәргес һәм офицерға хас әхлаҡи сифаттар тәрбиәләү сараһы. Полктағы ҡыҙ һәм егеттәр ҡорал менән эш итеү, ҡул һуғышы алымдарына өйрәнәсәк. Бынан тыш, йәш кадеттар төбәктең төрлө хәрби-патриотик сараларында, парадтарҙа ҡатнашасаҡ. Ант биреү илһөйәрлек тураһында йырҙар менән тамамланды.
Кадеттар сафы тулыланды
Кадеттар сафы тулыланды