Аҙна башында Епшек ҡар һәм ямғыр сәбәпле күптәр эштәренә лә һуңланы. Коммуналь хеҙмәттәр юлдарҙы таҙартып торһа ла, көндәрҙең йылы булыуы байтаҡ ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы.Дүшәмбе иртәһе ҙур тығындар менән башланды. Айырыуса башҡала ситендә йәшәгәндәр оҙон юлда оҙаҡ ултырып, хатта эштәренә һуңланы. Ҡарлы ҡатыш ямғыр поезд хәрәкәттәрен туҡтатты. Шулай уҡ Өфө аэропортында ҡайһы бер рейстар күсерелде. Ҙур йөк транспорты хәрәкәте лә сикләнде. Ҡарлы ямғыр сәбәпле юлдар һырғалаҡҡа әйләнде. Коммуналь хеҙмәттәр тәүлек әйләнәһенә юлдарҙы ҡарҙан таҙартты, тротуар һәм һәм хәүефлерәк участкалар боҙға ҡаршы материалдар менән эшкәртелде. Ҡар иреп, урамдар һыу менән тулды. Коммуналь хеҙмәттәр ҡойоларҙы таҙартып, күләүектәрҙе ағыҙып ебәрҙе. Дим районында ғына 200-гә яҡын кеше һәм 30 тирәһе техника эшләй, шулай уҡ күп ҡатлы йортта йәшәүселр ҙә ярҙамға килә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге автоинспекторҙары юлдарҙа абай булырға саҡыра. Водителдәргә тиҙлекте кәметергә, дистанцияны тотоу яҡшыраҡ. Йәйәүлеләрҙән дә иғтибарлыҡ талап ителә. Бөгөндән һауа температураһы түбәнәйеп юлдарҙа тайғаҡ булыуы көтөлә.
Декабрь уртаһында яҙғы һауа торошо
Декабрь уртаһында яҙғы һауа торошо