Өфөнөң беренсе олимпия резервын әҙерләү спорт мәктәбендә янғын сыҡты

Тулыраҡ: Өфөнөң беренсе олимпия резервын әҙерләү спорт мәктәбендә янғын сыҡты

Утты һүндереүгә 5 кеше һәм бер техника йәлеп ителде. Был күнекмә сценарийы. Яңы уҡыу йылы алдынан мәғариф һәм спорт объекттарында ошондай күнекмәләр үтә. Янғын һүндереүселәр үҙҙәренең алымдарын камиллаштырһа, учреждение хеҙмәткәрҙәре һәм балалар менән аңлатыу эштәре алып барыла. Сигнализация эшләп ебәргәс, дежурҙа ултырған ҡатын шунда уҡ янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Ҡанунға ярашлы, ҡала эсендә белгестәр ваҡиға урынына 10 минуттан да ҡалмай килеп етергә тейеш. Янғын һүндереүселәрҙе яуаплы кешеләр ҡаршы ала, ә ҡалған хеҙмәткәрҙәр балаларҙы эвакуациялау менән шөғөлләнә, янғын һүндереүселәргә ярҙам итә, мәғлүмәт бирә. Күнекмә сценарийы буйынса, икенсе ҡаттағы методистарҙың бүлмәһендә янғын сыҡҡан. Янғын һүндереүселәр уртаса 30 килограмм ауырлыҡ менән йүгерә. Төтөндә һәм маскала быны эшләүе еңелдән түгел. Тәүҙә улар бүлмәләрҙе һәм янғын сыҡҡан урында тикшерә. Янғын икенсе ҡатта булғас улар ҡыйыҡты ла һыуға мансыны. Ошондай күнекмәләр Өфөлә даими уҙғарыла. Ойошмалар хеҙмәткәрҙәре менән аҙна һайын аңлатыу эштәре алып барыла. Ә Граждандар оборонаһы инженерҙары менән хәүефһеҙлек саралары өйрәнелә. Күнекмә сценарийы буйынса утта бер кем дә зыян күрмәне. Барлығы янғынды һүндереүгә 5 кеше һәм бер техника йәлеп ителде. Уларҙың эшмәкәрлеге ыңғай баһаланды. Күнекмәләр һуңынан белгестәр спорт мәктәбе тренерҙарына янғын һүндереү ҡоролмалары менән ҡулланыу сараларын хәтергә төшөрҙө. Күпселек өлкәндәр янғын хәүефһеҙлеге һәм һаҡланыу саралары тураһында яҡшы белә. Әммә, балалар ҡайһы бер әйберҙәрҙе аңлап етмәүе ихтимал. Шуға күрә, күнекмәләр уҡыусыларға һәм хеҙмәткәрҙәргә шул ҡағиҙәләрҙе төшөнөргә һәм иҫләтергә ярҙам итә. Яңы уҡыу йылына 20 көн самаһы ваҡыт ҡалды. Бындай күнекмәләр артабан да балалар учреждениеларында аҙна һайын ойоштороласаҡ.