Благоварҙа яңы элеватор һәм ҡатнаш аҙыҡ заводы эш башланы

Тулыраҡ: Благоварҙа яңы элеватор һәм ҡатнаш аҙыҡ заводы эш башланы

Улар Благовар селекция-генетика үҙәге нигеҙендә булдырылды. Әлегә элеватор урындағы иген иҫәбенә тулыландырыла. Ашлыҡтың күп өлөшө сусҡасылыҡ өсөн ҡатнаш аҙыҡҡа ебәрелә. Киләсәктә күрше-тирә райондарҙан да игенде һаҡлау, йәки эшкәртеү өсөн алыу күҙаллана. Бында ашлыҡтың һәм ваҡыттың ҡәҙерен яҡшы беләләр. Заводта урынлаштырылған яңы ҡоролмалар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юғары сифатлы мал аҙығы әҙерләргә мөмкинлек бирә.4 гектар ғына ерҙә ике объект – ҡатнаш аҙыҡ заводы һәм элеватор урынлашҡан.24 мең тонна һыйҙырған был алты бункерҙа силос һаҡлана. Заманса ҡорамал сит илдән ҡайтарылған. Уның эшен тик өс оператор ғына күҙәтә. Әйткәндәй, уларҙың эше хәүефһеҙлек яғынан тулыһынса тәьмин ителгән: йығылып төшмәҫ өсөн тимер кәртәләр ҡуйылған, ә төнгө сменала эшләүселәргә яҡты булһын өсөн фонарҙар ҙа бар.Комплекс тулыһынса автоматлаштырылған. Шулай ҙа урындағы халыҡ өсөн 41 яңы эш урыны барлыҡҡа килгән. Аҙыҡ рецептҡа ярашлы эшләнә, төрлө компоненттарҙың дозаларын һәм нормаға тап килеүен компьютер тикшерә. Был продукцияның сифатын яңы бейеклеккә күтәреү, ҡатнаш аҙыҡтарҙың иң ҡатмарлы төрҙәрен етештереү мөмкинлеге бирә.Яңы комплекс бер йыл элек асылған сусҡа үрсетеүсе селекция-гибрид үҙәген кәрәкле аҙыҡ менән тәьмин итә. Был объекттар республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә ингән. Дәүләт ярҙамы һәм инвесторҙар менән төҙөлгән был объектты төбәктәге башҡа хужалыҡтарға өлгө итеп ҡуйырға мөмкин.Инвесторҙар баҙарға сифатлы әҙер продукция сығарыу яҡлы. Шуға ла цехта төп иғтибар аҙыҡтың сифатына һәм хәүефһеҙлегенә бирелә. Ҡабул ителгән сеймалдың һәм әҙер продукцияның сифаты лабораторияла тикшерелә. Әйткәндәй, агрокомплекстың республика өсөн әһәмиәте ҙур: урындағы хужалыҡтар етештергән ашлыҡты отошло хаҡ буйынса үҙләштереү һәм малдар ышаныслы аҙыҡ запасы.