Башҡортостанда быйыл ҡарабойҙай уңышы рекордлы көтөлә

Тулыраҡ: Башҡортостанда быйыл ҡарабойҙай уңышы рекордлы көтөлә

Башҡортостан аграрийҙары быйыл 105 мең тонна ҡарабойҙай урырға иҫәп тота. Беҙҙең республика өсөн был күрһәткес рекордлы буласаҡ. Былтыр 103 мең тонна ҡарабойҙай йыйылды. Башҡортостан илдә Алтай крайынан ҡала, икенсе урында килә. Рәсәй буйынса күрһәткестәрҙе алғанда, быйыл 1 миллион тоннанан ашыу уңыш йыйырға ниәтләйҙәр. Былтыр ҡарабойҙай 863 мең тонна урылғайны.