Өфөлә хәрбиҙәр һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте

Өфөлә хәрбиҙәр һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте

Украиналағы махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәткән һалдат һәм офицерҙарға Рәсәй һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын Росгвардияның Волга буйы округы командующийы вазифаһын башҡарыусы генерал-лейтенант Руслан Султыгов һәм Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Был ир-егеттәр ил берҙәмлеге һәм дәүләт ҡеүәте хаҡына йәнен аямай. Рәсәйҙең мәнфәғәттәре һәм киләһе быуындың именлеге өсөн улар хәрби һәм һөнәри бурысына тоғро. Ҡыйыу Ватан һаҡсылары һәм илһөйәр улдар тәрбиәләгән ата-әсә беҙҙең оло ихтирамға лайыҡ. Исемлектәге беренсе награда – Батырлыҡ ордены. Ул Рәсәй президенты Владимир Путиндың Указы менән өлкән лейтенант Ғәлинур Сөләймәновҡа үлгәндән һуң бирелгән. Украиналағы махсус хәрби операция барышында күрһәткән ҡыйыулығы һәм фиҙәҡәрлеге өсөн. Награда офицерҙың ҡатыны менән ата-әсәһенә тапшырылды.