Улар махсус операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәр өсөн йылы балаклавалар, ойоҡбаштар, эске кейем тегә. Ә күрше ауыл ағинәйҙәре яугирҙәргә тағы 30-ҙан артыҡ пар йөн ойоҡ бәйләгән. Сәлимә Исламова теманы дауам итә.Кис ултырыу, бәйләм араһында йырҙар йырлау башҡорт халҡының боронғо йолаһы. Әммә Ҡырмыҫҡалы районы Шәрипҡол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары күңел асырға түгел башҡа маҡсат менән йыйылған. Украинала барған махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙе хәстәрләп, йылы ойоҡбаштар бәйләй. Изге эшкә бөтә ауыл ҡушылған. Был Шәрипҡолдар әҙерләгән өсөнсө партия. Үткән айҙа ойоҡбаштарҙан тыш, һалдаттарға термокейем, башҡа көндәлек кәрәк яраҡ йыйып ебәргәндәр. Өлкән быуын вәкилдәре -һуғыш балалары ла ситтә ҡалмайған. Был юлы ла йөн ойоҡтар 30-ҙан да кәм булмаҫ, ти бәйләм оҫталары. Ойоҡбаштарҙың һәр күҙе ағинәйҙәрҙең ихлас теләктәре, доғалары, мөхәббәте менән бәйләнгән. Ҡышҡы һалҡындарҙа улар кәмендә 30-лаған ир-егетебеҙҙең аяҡтарын да , күңелдәрен дә йылытыр.Ә был ауылда тағы бер төркөм ҡатын –ҡыҙҙар махсус операцияла ҡатнашыусыларға үҙ иңен ҡуйған. Олокүл ауылы ҡыҙҙары берләшеп тегеү цехы ойошторған. Балаклавалар, флистан эске кейем, йылы ойоҡтар тегеү.Был улар теккән әйберҙәрҙең бер өлөшө генә.Башта һәр кем үҙ өйөндә тегә. Күптән түгел генә ауыл хакимиәте махсус урын бүлгән. Ошо рәүешле цех барлыҡҡа килгән. Украинала барған махсус операция был ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр береһенә шәхсән ҡағылған.Әйберҙәрҙең төргәктәре лә ябай түгел. Үҙенсәлекле дизайн өҫтөндә бергәләп эшләйҙәр. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙгә ярҙам итеүҙә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Өләсәйҙәр ошондай йылы ойоҡбаштар бәйләй. Ә мәктәп балалары үҙҙәренең эскерһеҙ, матур теләктәрен өсмөйөшлө хаттарға яҙған. Хатты асып уҡыған һәр һалдат унда яңы йыл теләктәре табасаҡ. Мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең уйҙарын да яҙған. Бәләкәй яҡташының фекере менән яугир килешерме юҡмы, уныһы билгеһеҙ. Әммә йөҙөндә һис шикһеҙ йылмайыу балҡыр.Эшсе ҡулдар бер ерҙә лә артыҡ түгел. Ярҙам итергә теләүселәрҙе үҙебеҙҙең батальонға ҡушылырға саҡырабыҙ, ти оҫталар.
Ҡырмыҫҡалы районы ҡатын - ҡыҙҙары кейем тегеү батальонына ойошҡан
Ҡырмыҫҡалы районы ҡатын - ҡыҙҙары кейем тегеү батальонына ойошҡан