Әммә ул үҙенең тамырҙары менән 90-сы йылдарҙа ойошторолған “Төньяҡ амурҙары”на барып тоташа. Исеме үҙгәрһә лә, маҡсаттары бер — башҡорт халҡының мәҙәни һәм тарихи мираҫын өйрәнеү, һаҡлау һәм таратыу. Йәмәғәт ойошмаһының ағзалары менән хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева осрашты. Башҡорт атлыларының Тыуған илде һаҡлауға индергән өлөшө ҙур. Билдәле булыуынса, 1812 йылда уҡ боронғо грек алиһәһе амурға оҡшатып француздар башҡорт яугирҙарына «төньяҡ амурҙары» тип атама биргән. Әлеге көндә ошо исем аҫтында «1-се Башҡорт атлы полкы «Любизар» – Төньяҡ амурҙары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы эшләп килә.Хәрби–тарихи клуб данлы "төньяҡ амурҙары"ның исемен мәңгеләштереү эшен әүҙем алып бара. Быйыл улар Липецк өлкәһендә ойошторолған «Тербун сиге. 1942 йылдың эҫе йәйе» төбәк-ара хәрби-тарихи фестивалендә ҡатнашып, Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарын һынландыра. Ғөмүмән, ил азатлығы өсөн көрәшкән ҡаһармандарыбыҙҙың батырлығын хөрмәтләп иҫкә алыу акцияларынан ситтә ҡалмай любизарҙар.Клуб ағзалары хәрби-тарихи сараларҙа ғына ҡатнашып ҡалмай, үҙҙәре лә төрлө дәүерҙәге хәрби-тарихи костюмдарҙы, башҡорт яугирҙәренең һуғыш ҡоралдарын реконструкциялай. Быйыл “Любизар” хәрби–тарихи клубы үҙенең 10 йыллығын билдләләй. Юбилей уңайынан хәрәкәт ағзалары осрашыу ойошторҙо. Етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов иң әүҙемдәргә иҫтәлекле билдәләр, миҙалдар тапшырҙы.Әйткәндәй, был хәрәкәттең тарихы 90 йылдарҙан уҡ башлана. Уға нигеҙ һалыусылар – Рөстәм Исҡужин, Мәхмүт Сәлимов, Салауат Хәмидуллин. Улар әле лә клубҡа ярҙам итеп торалар.Ысынлап та, “Любизар” хәрби–тарихи клубы “Төньяҡ амурҙары”ның хәрәкәтен дауам итеп, башҡорт халҡының мәҙәни һәм тарихи мираҫын өйрәнеү, һаҡлау һәм популярлаштырыу менән әүҙем шөғөлләнә. Шулай уҡ, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүгә лә күп көс һалына.
«Любизар» хәрби-тарихи клубы ойошторолоуға 10 йыл!
«Любизар» хәрби-тарихи клубы ойошторолоуға 10 йыл!