Башҡортостандың иң яҡшы балалар йыр коллективтары Рәсәй кимәлендә сығыш яһауға дәғеүә итә. Уларҙы Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында үткән финал турында билдәләнеләр. Ләйсән Тимербулатова йәш йырсылар менән осрашты.Бөтә Рәсәй хор һәм вокал коллективтары конкурсы мәктәп уҡыусылары араһында тәүге тапҡыр үтә. Төбәк этабында ҡатнашыу өсөн 76 уҡыу йортонан 154 ғариза тапшырылған. Был һандар урта белем биреү учреждениеларында алып барылған тәрбиәүи эш планы һөҙөмтәһе.Конкурстың төбәк этабы финалистары республиканың төрлө район-ҡалаларынан. Уларҙың һәр береһе тик еңеү артынан килгән. Ейәнсуранан Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының “Урал бөркөттәре” йыр ансамбле егеттәре лә еңеү сәме менән сәхнәгә сығырға әҙерләнә. Коллектив етәкселәрендә лә ярыш сәме көслө. Вокал коллективтары араһында еңеүҙе Туймазы районының Әсхәт Мирзаһитов ис. Ҡандра ауылы 2-се урта мәктәбенән “Аҡ елкән” йыр ансамбле алды.Төбәк этабының һайлап алыу турын ике ғаилә ансамбле үтеп, Ейәнсура районынан Хәсәновтар беренсе урынға сыҡты. Жюриға хор коллективтары араһында еңеүсене билдәләү еңелдән булманы. Әгәр һайлап алыу турында Ғ.Әлмөхәмәтов ис. Республика гимназия-интернатының өлгөлө хоры тулы составта сығыш яһап еңеүселәр рәтендә баһаланһа, уҡыусыларҙың күпләп ауырып, уҡыу йортоноң дистанцион уҡыуға күсеүе арҡаһында, финалда коллективтың яртыһынан аҙы ғына сығыш яһай алды. Ил кимәлендәге һайлап алыу турына үтеү өсөн академик хорҙар менән халыҡсан коллективтар ҙа ярышты. Күмертау ҡалаһының 6-сы мәктәбе "Есаул" казак йыры хоры жюри ағзалары өсөн асыш булды. Улар 2-се дәрәжә дипломы менән бүләкләнде.Хорҙар араһында еңеүҙе жюри Өфөнөң 123-сө лицейынан "Апрель" вокал-хор студияһына бирҙе. Ойоштороусылар ҙа, жюри ағзалары ла финалға сыҡҡан һәр коллективты бүләккә лайыҡ тип тапты һәм дипломдар тапшырҙы. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы конкурстың федераль этабы һайлап алыу турына төбәк этап еңеүселәренең видеояҙмаһын тәҡдим итә.
Башҡортостандың балалар йыр коллективтары Рәсәй кимәлендә сығыш яһауға дәғеүә итә
Башҡортостандың балалар йыр коллективтары Рәсәй кимәлендә сығыш яһауға дәғеүә итә