Башҡортостан 24 каналы иғлан иткән “Бүләккә тун” конкурсына йомғаҡ яһалды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул “Хәйерле иртә, Өфө” тапшырыуы сиктәрендә 15 ноябрь иғлан ителгәйне. Төп шарты - республиканың билдәле урындарының береһендә ғаилә менән төшкән фотоны ебәреү. Профессиональ жюри иң-иңдәрҙе һайланы. Башҡортостан 24 каналы иғлан иткән конкурста Өфөлөләр генә түгел, бөтә республика халҡы ҡатнашты. Көн һайын редакцияға тиҫтәләгән сағыу фотолар килде. Тау башында булһынмы, күл, йылғалар буйында, ғаилә менән сәйәхәттәме. Тамашасыларҙың фантазияһының сиге юҡ. Ҡайһы бер фотолар тиҫтә йыллыҡ тарихты һаҡлай. Шулай ҙа иң популярҙары – туй көнөндә эшләнгәндәре. Торатау итәгендә төшкәндәре беренселекте бирмәй. Ә ҡайһы бер ҡатнашыусылар үҙ бәхетен икенсегә һанап ҡарай. Был фото геройҙары Шәңгәрәевтар ғаиләһе. Былтыр бәйгелә еңмәгәс, йәнә фото ебәргәндәр. Хәҙер улар өсәү. Ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Атай кеше уны ла сноубордҡа баҫтырырға хыяллана. 500-гә яҡын фото араһынан редакция хеҙмәткәрҙәре 25-ен һайлап алып жюри ағзалары хөкөмөнә тапшырҙы. Жюри ағзалары төп приз – тун менән генә сикләнмәне, бәйгегә үҙенсәлекле фото ебәргән ҡатнашыусыларға бихисап бүләктәр ҙә әҙерләне. Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдиновтан махсус бүләк тә буласаҡ. Берҙәм тауыш менән Еңеүсе билдәләнде, уның исемен тамашасыларыбыҙ 22 декабрь “Хәйерле иртә, Өфө” тапшырыуында беләсәк.
Бүләккә тун
Бүләккә тун