Йөрөгән юлы даими күҙәтеү аҫтында, тиҙлеге сикле, тәғәйенләнеше — тик балалар өсөн. Республика мәктәптәре яңы йыл бүләге алды. Автобус асҡыстарын Өфөлә Радий Хәбиров тапшырҙы. Һөйөнөслө тантананан хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева репортажы.Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә өс мәктәптең береһе емерек хәлдә тип танылыу сәбәпле ябылғас уҡыусылар яҡын һәм алыҫ араға йөрөп уҡырға мәжбүр ҡала. Былай ҙа ҡыҫыҡ транспорт йәнә тарая. Бөгөндән мәктәпкә барып ҡайтыу тигән ҡатмарлы мәсьәлә тулыһынса хәл ителгән. Балаларҙы хәҙер яңы уңайлы автобустар дәрескә ташый башлай. Республика биләмәһендә 2749 ауыл–ҡалалағы 872 мәктәптә уҡыған 42 меңгә яҡын уҡыусы мәктәпкә барып ҡайтыр өсөн махсус автобус файҙалана. Ойошмаларға беркетелгән автобустар һаны 1669. Таушалыуына ҡарап уларҙы ун йыл һайын алмаштырыу талабы үтәлергә тейеш. Республика башлығы “билдәле мәғлүмәт буйынса бөгөн ун йыл хеҙмәт иткән иҫке автобустар юҡ”, тип белдерә. Яңы автобустар иҫкеләрен алмаштыра һәм хеҙмәтләндереүҙең яңы маршруттарын аса. Улар ГЛОНАСС ҡоролмалары менән йыһазландырырлған, хәрәкәте даими күҙәтеүгә алынған, тиҙлеге сәғәтенә 60 километрҙан артмаҫҡа рәтләнгән. Яңы йыл алдынан тапшырылған бүләк ысынлап та ҡиммәтле һәм ҡәҙерле. Яңы автобустар матур, уңайлы ғына түгел, ә беҙҙең климат шарттарында иң ҡатмарлы юлдарҙы ла үтерлек тулы ҡеүәтле.Өс тиҫтәнән ашыу муниципалитет мәктәптәренә бирелгән 56 автобустың 18-е Төнъяҡ транспорты өлгөһөндә башҡарылған. Радий Хәбиров мәғариф һәм фән министры менән тап ошо ыҡсым автобустарҙың йыһаздары менән ҡыҙыҡһына.Ҡала мәктәптәрен хеҙмәтләндерер транспорттың да кәмселектәре юҡ. Оҙаҡ йылдар мәктәп автобусын йөрөткән водителдәр ҡәнәғәт. Башҡортостан мәктәптәренә быйыл ғына төбәк бюджеты аҡсаһына ике тиҫтәгә яҡын автобус һатып алынһа, йәнә 101 автобус өсөн саралар федераль бюджет иҫәбенән бүленгән. Тимәк, мәктәп автопарктарын артабан да яңыртыу көтөлә.
Яңы автобустар тапшырылды
Яңы автобустар тапшырылды