“Салауат Юлаев” исемендәге ирекле батальон махсус хәрби операцияға юлланды

“Салауат Юлаев” исемендәге ирекле батальон махсус хәрби операцияға юлланды

Уларҙы генерал-майор, Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янынан оҙаттылар. Тап ошо майҙанда Бөйөк Ватан һуғышы осоронда башҡорт атлыларына ҡыҙыл байраҡ тапшырылып, фронтҡа киткәндәр. Сарала хәрбиҙәрҙең яҡындары ла ҡатнашты. Закир Шәрипов репортажы.Салауат Юлаев” исемендәге ирекле батальон Милли республикалар араһында Росгвардия ғәскәрҙәре составына ингән беренсе батальон. Ул октябрь башында ойошторолғайны. Ошо арала хәрбиҙәр Өфөлә һәм Ҡырмыҫҡалы районында таһыллыҡтарын арттырҙы, яңыларын үҙләштерҙе. Дошман ҡоралын, заманса һуғыш алымдарын өйрәнде. Был эшкә Росгвардияның иң яҡшы белгестәре йәлеп ителде. “Салауат Юлаев” исемендәге ирекле батальон хәрбиҙәре барыһы менән тәьмин ителгән, шул иҫәптән техника һәм кейем менән. Батальон булдырыу башланғысы менән локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусы ветеран ойошмалары ағзалары сыҡты. Уларҙың тәҡдимен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хупланы.Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальондың тап Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янынан оҙатылыуы осраҡлы түгел. Ошо майҙандан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт атлыларына ҡыҙыл байраҡ тапшырылып, яуға оҙатылған. Был юлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны байрағын тапшырҙы.Батальон составында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы 48 ветеран бар, бынан тыш, 12-һе махсус хәрби операцияла тәжрибә туплаған. Батальон командиры ҡуйылған бурысты намыҫлы һәм ғорурлыҡ менән үтәп, халыҡтың ышанысын аҡларға вәғәҙә бирҙе. Фашизм менән көрәшкә Башҡортостандың иң шәп улдары сыға. Быға Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальондың ойошторолоуы дәлил. Хәрбиҙәрҙең яҡындары ла онотолмай, уларға дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Барыһы ла республика Башлығының башланғысы һәм ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.Махсус хәрби операцияла Башҡортостандан меңәрләгән ир-егет ҡатнаша. Уларҙың ҡаһарманлығы тураһында көн һайын бәйән ителә. Тантаналы маршттан һуң, “Салауат Юлаев” исемендәге ирекле батальон хәрбиҙәре ғаиләләре һәм туғандары менән аралашып алды.Башҡортостандан хәҙер инде өсөнсө батальон ойошторолоп, махсус хәрби операцияға юлланды. Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон Шайморатов һәм Достовалов исемендәге батальон ағзаларына ярҙамға ашыға. Улар тыуған илен һәм яҡындарын һаҡларға ант бирә.