Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле тарихында ғына түгел, төбәктең мәҙәни даирәһендә оло ваҡиға. «Башҡортостандың Ете мөғжизәһе» нең береһе булған « Урал батыр » эпосы ғәскәровсылар башҡарыуында тәүге тапҡыр сәхнәгә ҡуйылды. Бейеү генә түгел, тотош хореография спектакле булараҡ донъя күрҙе. Был жанр академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле өсөн тәүге тәжрибә. Тамашаны хеҙмәттәшем Сәлимә Исламова күҙәтте.Рухи мәҙәниәтебеҙҙең монументаль ҡомартҡыһы, башҡорт халҡының төп эпосы «Урал батыр» йәнә сәхнәлә. Был юлы хәрәкәттәр аша, бейеү телендә. Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Урал һәм Шүлгән » хореография спектаклен тамашасы хөкүменә сығарҙы. Проект авторы һәм балетмейстеры Йәмилә Бикбаева әйтеүенсә, башта Һомай, Ай ҡыҙы бейеүҙәре айырым сәхнәгә ҡуйылһа, 2 йыл дауамында улар тотош спектакль булып үҫешкән. Спектаклдә боронғо эпостың образдары изгелек һәм яуызлыҡ алышында осраша. Сағыу номерҙар, лирик бейеүҙәр аша, виртуоз башҡарыусылар башҡорт халҡының мәҙәниәтенең күп төрлөлөгөн, рухи байлығын күрһәтә. Тамаша өсөн 70-ләгән яңы костюм тегелгән. Рәссамдар Наталья Степанова һәм Сулпан Азаматова эпостың бөтөнлөгөн һаҡлап, башҡорт халҡының манументаль әҫәрендә ятҡан идеяларҙы костюмдар аша ла сағылдырыуға ирешә алған. Урал һәм Шүлгән спектакле бейеүселәр өсөн дә үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы тәжрибә. Артистар сәхнәлә үҙҙәрен актер булараҡ һынап ҡараны. «Урал батыр»ға мөрәжәғәт һәр ваҡыт отошло булырға тейеш. Тап уның аша тарихыбыҙ, халҡыбыҙ тураһында һөйләргә мөмкин. Шуның өсөн дә Фәйзи Ғәскәров исемендәге башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең репертуарында бындай спектаклдәр кәрәк. Ул киләсәктә мюзикл булараҡ та ҡуйылырға тейеш, тип һанай Алмаз Сәйетов.Балалар тамашаны ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Тәьҫораттары менән дә ихлас уртаҡлашты.Тәрбиә ҡанундары тупланмаһы булған эпостағы фекерҙәр бөгөнгө көнгә лә ауаздаш. Тимәк, тамашаны ҡараған һәр кемдең күңеле таҙарып, фәһем аласаҡ. Урал һәм Шүлгән хореография спектакле 40 минут дауамында бара. Проект Рәсәй халыҡтанының мәҙәни мираҫы йылына арналған. Спектакль декабрь аҙағынаса Ф. Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленең концерт залында көнөнә 2 тапҡыр күрһәтелә.
«Урал батыр» эпосы бейеү сәнғәтендә
«Урал батыр» эпосы бейеү сәнғәтендә