Уны һәр кем – олоһо ла, кесеһе лә көтөп ала. Был байрамды айырыуса балалар ярата. Өфөлә мобилизацияланған ғаиләләрҙең балалары өсөн шыршы байрамы ойошторолдо. Милли йәштәр театрында Орджоникидзе районында йәшәгән уҡыусылар, кескәйҙәр килгәйне. Улар өсөн Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән сағыу сара күрһәтелде. Байрамды төрлө милләт вәкилдәренең сығыштары байытты. Яңы йыл байрамын хәбәрсебеҙ Алһыу Суфиянова ла күреп ҡайтты.Ҡыш бабайҙы һәр бала ҡыуанып көтөп ала. Тылсымлы таяғы менән, әйтерһең, һәр кемгә мөғжизә өләшә ул. Милли йәштәр театрында мөбилизацияланған ғаиләләрҙең балаларына яңы йыл тамашаһына Орджоникидзе районынан 80-гә яҡын уҡыусы һәм кескәй бала саҡырылғайны.Театр фойеһында балалар шыршы тирәләй төрлө милләт бейеүҙәре, йырҙары, шиғырҙары менән сығыш яһаны. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары һәм байрам ҡунаҡтары балаларға иң изге теләктәрен еткерҙе. Башҡортостандың Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәдинуров мобилизацияланған ғаиләләрҙең балаларына сюрприз яһаны – киләһе йыл башында һәр теләгән бала Башҡортостан парламентына экскурсия ҡыла ала. Бының өсөн ғаиләгә Халыҡтар дуҫлығы йортона мөрәжәғәт итергә кәрәк.Театр артистары 1 сәғәтлек әкиәт күрһәтте. Үҙен белдекле тип һанаған Оҙон ҡолаҡ исемле ҡуян тураһындағы тамаша һәр кемдең күңеленә хуш килде. Был әкиәт дуҫтар хаҡында, яҡындарыңдың ҡәҙерен белергә, ихтирам итергә, ысын дуҫлыҡҡа тоғро ҡалырға һәм берҙәм булырға өйрәтә.Тамашанан һуң балаларға “Әзербайжан халыҡтар дуҫлығы йорто” төбәк йәмәғәт ойошмаһы әҙерләгән бүләктәр таратылды. Ғөмүмән, Башҡортостан “Халыҡтар дуҫлығы йорто” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, шулай уҡ ваҡытлыса урынлаштырыу пунтктарында йәшәүсе балаларға байтаҡ ярҙам сараларын башҡара.Яңы йыл — ул мөғжизә, тылсым һәм изгелек байрамы. Уны һәр кем — олоһо-кесеһе — көтөп ала. Әлбиттә, йыраҡ аранан аталарын көткән һәр баланың, һәр әсәнең яңы йылға бары бер теләк. Һәр ғаилә – ата-әсә һәм бала имен-һау һәм бәхетле булһын.
Яңы йыл - ул мөғжизә, тылсым һәм изгелек байрамы
Яңы йыл - ул мөғжизә, тылсым һәм изгелек байрамы