Беҙҙе уратып алған һәр бина улар тырышлығы менән төҙөлгән. Төбәктең төҙөлөш өлкәһендә эшләгән һикһән мең кеше августың икенсе ял көнөндә һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан бөгөн Республика башлығы тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Тантанала билдәләнеүенсә, Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса Волга буйы федераль округында алдынғылар иҫәбендә. Быйыл ғына республикала 2 миллион 700 мең квадрат метр файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Ошо майҙандарҙы халыҡ мәнфәғәттәренә тапшырыу өсөн төбәктә бер нисә төрлө программа яйға һалынған. 2016 йылдың 1-се июненә ипотека ысулын ҡулланыусылар һаны 11 мең ярым. Төҙөлөш маҡсатында һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса программаһын иһә Рәсәйҙә тик Башҡортостан уңышлы ҡуллана. Торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашҡан буласаҡ фатир хужалары иҫәбенә 500 йорт тура килә. Был йәһәттән алданған өлөшсөләр мәсьәләһен ыңғай хәл итеүгә өлгәшелде, тине Рөстәм Хәмитов. Республика башлығы Президент Владимир Путиндың илдә торлаҡҡа мохтаждар сиратын бөтөрөүгә ҡағылған киҫкен мәсьәләне хәл итеү бурысын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Республика башлығы төҙөүселәрҙе һөнәри байрамы менән ҡотланы
Тулыраҡ: Республика башлығы төҙөүселәрҙе һөнәри байрамы менән ҡотланы