Стәрлетамаҡта сабый бишенсе ҡаттан ҡолап төшөп һәләк булған

Тулыраҡ: Стәрлетамаҡта сабый бишенсе ҡаттан ҡолап төшөп һәләк булған

Был турала бөгөн билдәле булды. Республикала балаларҙың тәҙрәнән ҡолап төшөү осраҡтары йышая. Әлеге ваҡытта дауаханаларҙа бер нисә бала ауыр операциялар үткәрергә дусар. Әлегә яҡшылап теле лә асылмаған Максим өсөн хәҙер тәҙрә донъялағы иң ҡурҡыныс һүҙҙәрҙең береһе. Әсәһе Наталья ла был көндө тыныс ҡына хәтерләй алмай. Иҫен юйған малайҙы ашығыс ярҙам 17-се балалар клиник дауаханаһына алып килә. 4 сәғәт дауамында табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә. Тәҙрәнән ҡолаған балаларҙың тәү сиратта башы йәрәхәтләнә, ти табип. Йыл башынан алып республикала 12 бала тәҙрәнән ҡолап төшкән. Уларҙың 8-е ауыр йәрәхәт алған, 4-еһенең ғүмере өҙөлгән. Интернет селтәренән алынған был видеояҙмаларҙан күренеүенсә балалар бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ тәҙрә төбөндә уйнай, тәҙрә тышына сығып йөрөй. Бер нисә секундҡа ғына иғтибарҙан ситтә ҡалған бәләкәстәр донъяның бөтә күренештәре менән ҡыҙыҡһына. Биш йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың бөтөнләй ҡурҡыу тойғоһо булмай. Уларҙың хәүефһеҙлеген тик беҙ – ололар ғына тәьмин итә алабыҙ. Йәйге эҫеләрҙән ҡасып асылған тәҙрәләрҙең балалар өсөн төп хәүеф сығанағы икәнлеген ҡайһы ваҡыт онотоп та ҡуябыҙ. Әгәр беренсе, икенсе, өсөнсө ҡаттан ҡолап төшкән бәләкәстәрҙе ҡотҡарып алып ҡалыу мөмкин икән, юғарыраҡ ҡаттағыларынан йығылғандарына бер кем дә ярҙам итә алмай.Мейеһе йәрәхәтләнгән бала иң аҙы бер ай дауаханала ятып, аҙаҡ оҙайлы дауаланыу курсын үтә. Бындай яраның эҙһеҙ үтмәүе лә бар, бала ғүмерлеккә зәғиф ҡалыуы ихтимал, ти табиптар. Быны яҡшы аңлаған ата-әсәләр бәләкәстәрен мөмкин булған бөтә юлдар менән дә һаҡларға тырыша. Яҡындарын һөйөндөрөп Максим әле йүнәлә башлаған. Наталья Хаматдинова хәҙер уны ҡосағынан ысҡындырырға ла ҡурҡа. Ҡолап төшкән улымдың ерҙә ятҡан тынһыҙ кәүҙәһе әле лә йән өшөтөп күҙ алдымда тора ти ул.