Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты Ҡырым биләмәһендә теракттар ойошторорға маташыуға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. Владимир Путин әйтеүенсә, Украина хакимиәттәре шундай юл менән террор практикаһына күскән.

Владимир Путин әйтеүенсә, бындай шарттарҙа норманд форматында осрашыу мәғәнәһеҙ.

Төркиә Европа берлеген ҡасаҡтар тураһындағы килешеүҙән сығыу менән ҡурҡыта. Анкара һәм Брюссель Төркиә ватандаштары өсөн визаларҙы ғәмәлдән сығарыу тураһында килешә алмай. Төркиә иһә етәкселеге Европа берлегенең террорға ҡаршы көрәш тураһындағы ҡануниәтте үҙгәртеү талабын кире ҡаҡты. Берлек өсөн был именлек өлкәһендә ҡатмарлы мәсьәләләр тыуҙырасаҡ, тигән Төркиә вәкилдәре.

Рәсәй туристарына Португалияға бармаҫҡа кәңәш ителә. Янғындар ял йорттарын ялмап алған. Мадейрала затлы йорттар ут эсендә. Урындағы хакимиәттәр халыҡты эвакуацияларға ҡарар иткән.

Олимпиаданың бишенсе көнөндә Рәсәй спортсылары бер алтын, бер көмөш һәм бронза миҙал яуланы. Шулай итеп, беҙҙең спортсылар 15 миҙал менән дөйөм беренселектә алтынсы урында килә.