Яңы уҡыу йылына һанаулы ғына көндәр ҡалды

Тулыраҡ: Яңы уҡыу йылына һанаулы ғына көндәр ҡалды

Баш ҡалала махсус комиссия мәктәпкәсә белем биреү учрежденияларының әҙерлек кимәлен тикшерҙе. Балалар баҡсалары кескәйҙәрҙе ҡаршы алырға әҙерләнә. Яңы уҡыу йылына әҙерләү биналарҙың эске биҙәлешен яңыртыуҙан һәм капиталь төҙөкләндереүҙән башлана. Был бурыстар бөгөнгә тулыһынса үтәлгәнме икәнен махсус комиссия тикшерә. Төп иғтибар балалар именлеген һаҡлауға бирелә. Һуңғы йылдарҙа юл фажиғәләрендә һәләк булған йәиһә йәрәхәт алған балалар һанының артыуын иҫәпкә алып һәр төркөм юл ҡағиҙәләренә өйрәтеүсе методик ҡулланма менән йыһазландырылырға тейеш. Был мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы туберкулез интоксикацияһы булған балалар өсөн тәғәйенләнгән. Шуға һәр бүлмәлә кварц лампаһы һәм һауа таҙартыу ҡоролмаһы урынлаштырылған. Ул ультрафиолет ярҙамында микробтарҙы үлтерә. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм янғын хәүефһеҙлеге сараларын тикшереүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Янғын осрағында һәр балалар баҡсаһы сигнализация селтәрен янғын һүндереүселәр пультына тураға тоташтырырға тейеш. Бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең дә янғын сыға ҡалһа нисек үҙҙәрен тотоуҙары, ғөмүмән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һәм янғын һүндергес менән эш итә белеүеҙәре тикшерелә. Дөйөм алғанда, балалар баҡсаһы яҡты, йәмле, бүлмәләр заманса йыһазландырылған, уйынсыҡтар, кәрәкле уҡытыу-методик материалдар ҙа етерлек. Төркөмдәрҙәге мөхит балаларға ҡыҙыҡлы булған эшмәкәрлек төрө менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бирә. Баш ҡаланың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары башҡа йылдарға ҡарағанда, яңы уҡыу йылына әҙерлекте иртәрәк тамамланы, ти комиссия ағзалары. Һәм балаларҙы ҡаршы алырға тулыһынса тиерлек әҙер.