Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтә

Тулыраҡ: Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтә

Пленар ултырышта Башҡортостан башлығы ла ҡатнаша. Төшкә тиклем Рөстәм Хәмитов Өфөлә йәштәр технопаркы эшмәкәрлеге менән танышты. Уны асыуға әле бер йыл да тулмаған. Бында мәктәп уҡыусылары, студенттар, магистранттар һәм аспиранттар ғына түгел, мәктәпкәсә йәштәге балалар менән мауыҡтырғыс ғилем дәрестәре төркөмдәре барлыҡҡа килә. Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин белдереүенсә, технопарк һөнәри әҙерлек бурыстарын үҙ иңенә ала. Ошонда уҡ инжениринг үҙәгендә буласаҡ белгестәр предприятие вәкилдәре менән аралаша ала, Бинаның айырым ҡатында йәш ғалимдарға фәнни-тикшеренеү эштәре алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Нефть тармағына урта-махсус белемле кадрҙар әҙерләүсе Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенттары ла технопарк менән тығыҙ бәйләнеш тота. Һөнәри белем менән бергә студенттар ғәмәли эш алымдарын үҙләштерә, уҡыуын артабан дауам итер өсөн фәнни эҙләнеүҙәр менән дә ҡыҙыҡһына. Уҡыу йорто өсөн иң мөһиме сифатлы белем биреү, заман технологияларынан ҡалышмаҫҡа, хатта уларҙы алдан күҙалларға тырышабыҙ , ти колледж директоры.