Конфискацияланған ҡоролмаларҙы баш ҡалалағы предприятиеларҙың береһендә юҡ иттелә. Был ҡоролмалар йәшерен казиноларҙан ике йыл дауамында тартып алынған. Әле келәттәрҙә тағы ла ошондай ун мең самаһы аппарат бар. Улар республиканың барлыҡ райондарынан килтерелгән. Әйткәндәй, Башҡортостанда йыл башынан йәшерен эшләгән алты уйын залы ябылып, уларҙа ике мең ярым ҡомарлы уйын аппараты, покер өсөн егерме ете өҫтәл табылған. Ошондай законһыҙ үҙәктәр тураһында һәр кем дә тәртип һаҡсыларына шылтыратып әйтә ала.
Өфөлә меңдән ашыу уйын автоматы юҡ ителде
Тулыраҡ: Өфөлә меңдән ашыу уйын автоматы юҡ ителде