89-сы йәшендә Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов арабыҙҙан китте. Уның менән тотош бер дәүер китә. Халыҡта ололарса ихтирам менән “Ил агахы” тип йөрөттөләр, республика менән идара итеү дәүерендә асылған меңәрләгән социаль объект өсөн уга башкотостан халкы тик рэхмэтле. Мортаза Ғөбәйҙулла улын яраттылар, тәнҡитләнеләр, әммә Рәхимов шәхесенә битараф булыусылар юҡ ине. Ҡиәфәте, әйткән һүҙе, башҡарған эштәре менән ул ысын мәғәнәһендә Хужа булды. Рәсәй тарихының яңы биттәрен яҙған ҡатмарлы дәүерҙә ул ҙур сәйәсәткә юл ярҙы, үҙе күпер һалды. Һуғыштан һуңғы аслыҡта ауылда тыуып үҫкән малай илдәге иң ҡеүәтле нефть эшкәртеү заводы директоры дәрәжәһенә тиклем барып етә. 90-сы йылда БАССР-ҙың юғары советы рәйесе итеп һайлана. Совет дәүләте тарҡалып ил һынылыш осорон кисергәндә үҙ аллы Башҡортостан менән кем идара итергә тейеш тигәндә Рәхимов ышаныслы яҡлау таба. Ирекле Республика, әммә мотлаҡ Рәсәй составында. Мортаза Рәхимов социаль-иҡтисади ысынбарлыҡты баһалап, мәҙәни бәйләнештәрҙе һәм тарихи үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып Яңы Рәсәйҙең шикләнмәйенсә федератив моделен һайлай, уны төҙөүселәрҙең береһе була. Ул республиканы иҡтисади яҡтан мөмкин тиклем үҙ аллы итеп күрергә теләй, әммә мотлаҡ Рәсәй составында. Башҡортостанды айырым дәүләт итеп күрергә теләгән скептиктар, милләтселәр баш күтәргән буталсыҡ мәлдә ул баланс таба ала. Татыулыҡ, берҙәмлек өлгөһө булған күп милләтле республика булдырыуға өлгәшә ул. Ҙур сәйәсәттә ул һәр саҡ уртаҡ тел табыусы, әммә һәр саҡ үҙ һүҙендә тороусы булараҡ таныла. Бөтөрмәҫкә, киреһенсә күтерергә тырыша уны. Белгестәр шикләнмәйенсә әйтә... Әлеге көндә республиканың аграр төбәк булып ҡалыуында Рәхимовтың да өлөшө ҙур. Ул идара иткән 20 йыл эсендә Башҡортостанда 1 меңдән ашыу мәктәп төҙөлә. Ауылдарға газ үткәреү, юлдар төҙөү, йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү. Ул һәр саҡ халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн яна һәм быны башҡа етәкселәрҙән дә талап итә. Республиканың тиҫтәләрсә йылдарға үҫешен тәьмин итер ҙур инфраструктура проекттарына ҡыйыу тотона. Сәнәғәт, төҙөлөш, ауыл хужалығы, социаль тармаҡ. Үҙгәреш кисермәгән һәм у нын ҡулы теймәгән бер генә тармаҡ та ҡалмай. Ул власта булған осорҙа Башҡортостан иң үҫешкән һәм иҡтисади яҡтан көслө төбәккә әйләнә. Ҡаты ҡуллы, әммә оло йөрәкле, талапсан, әммә ғәҙел. Район-ҡала башлыҡтары уны тулҡынданыу ғына түгел ҡурҡыу менән ҡаршы ала ине. Рәхимов халыҡ менән осрашҡандан һуң әларҙың һәр береһен исемләп иҫләй ине.“Үҙен, тормошон Башҡортостан һәм Рәсәй үҫешенә бағышлаған бөйөк башҡорт улы алдында баш эйәбеҙ.” Республика Башлығы Радий Хәбиров Беренсе Президент вафатынан һуң тәүгеләрҙән ҡайғы уртаҡлашты. Мортаза Ғөбәйҙулла улы 2010-дан һуң ҙур сәйәсәттән китте. Әммә етәкселәр һәр саҡ уның менән кәңәшләшеп эшләне, мохтаждар ярҙам һорап килде, ә беҙ уны ихтирам менән иҫкә алдыҡ. Ил ағаһы – Мортаза Республика өсөн янып йәшәне һәм һуңғы теләге лә Башҡортостандың һәм илдең сәскә атыуы булды.
Ил ағаһы арабыҙҙан китте
Ил ағаһы арабыҙҙан китте.