Сатлама һыуыҡтар аҙна аҙағына сигенә башлай. Алдағы өс көндә әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, шулай уҡ көньяҡ-көнбайыштан талғын ел иҫеүе фаразлана. Бөгөн төндә 15, 20, урыны менән 25, көндөҙ иһә 10,15 градус һалҡындар көтөлә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда аномаль һыуыҡтар 83 йыл элекке рекордты уҙып китте. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, 10 ғинуарҙа төндә Өфө-Дим метеостанцияһында һауа температураһының абсолют минимумы теркәлгән. Термометр бағанаһы -39 градусҡаса төшкән. Бынан алдағы температура рекорды 83 йыл элек, 1940 йылда күҙәтелгән һәм -38,4 градусҡа еткән.
Башҡортостанда көндәрҙе йылыта
Башҡортостанда көндәрҙе йылыта.