Башҡалала өйһөҙ ҡалған кешеләр, асарбаҡтар өсөн йылыныу пунктары эшләй

Башҡалала өйһөҙ ҡалған кешеләр, асарбаҡтар өсөн йылыныу пунктары эшләй.

Сатлама һыуыҡтар мәлендә улар бында йылынып, ашап, кәрәк икән, төнгөлөккә йоҡларға ҡала ала. Ауыр тормош шарттарында ҡалғандарға ҡорамдарҙа ла ярҙам күрһәтәләр. Сәлимә Исламова теманы дауам итә. Ваҡытлыса йылынып сығыу урынында төшкө аш әҙерләйҙәр. Аш-һыу өсөн айырым берәү яуаплы булһа ла, уға һәр кем ярҙам итергә тырыша. 26 йәшлек Николай бында беренсе көн. Бәләгә тарыған егет Ульяновск өлкәһенән. Документтарын юғалтып, аҡсаһыҙ ҡалғас магазиндарҙа йылынып йөрөгән егет махсус пункт тураһында полиция хеҙмәткәрҙәренән белә. «Калинин» паркындағы йылыныу урыны декабрь аҙағынан тәүлек әйләнәһенә эшләй. Уны 6 кешенән торған волонтерҙар төркөмө хеҙмәтләндерә.Октябрь проспектында урынлашҡан йылытыу пунктында әлеге мәлдә даими рәүештә 10-11 кеше йәшәй. Әгәр ҙә инде бындай кешеләрҙең һаны артһа эргәләге икенсе палатканы ла асыу мөмкинлеге бар. Махсус армия сатырҙарында «буржуйка» мейесе тора, бөтә кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырылған. Бер үк вағытта 50-ләгән кеше йоҡларлыҡ урындыҡтар ҡуйылған, телевизор, йылы аш әҙерләнә. Проект меценаттар тарафынан, президент гранттарына тормошҡа ашырыла. Калинин паркындағы нөктәне ойоштороусыға ҡасандыр асарбаҡтар яҙмышы менән туранан –тура танышырға тура килгән.Ҡатмарлы тормош шарттарында ҡалғандарға ярҙам итеү йәһәтенән йәмәғәтселәр иғлан иткән йылы кейем йыйыу акцияһы дауам итә. Бейәләйҙәр, башлыҡтар, ойоҡбаштар, йылы свитерҙарҙы Өфөнөң 3 ҡорамына килтерергә мөмкин. Вокзал урамындағы, Октябрь революцияһы һәм Беляков урамында урынлашҡан ҡорамдарҙа килгән асарбаҡтарҙы йылытып, кейендереп, ҡайнар аш ашатып сығаралар. Мохтаждар сатлама һыуыҡтарҙа бермә-бер арта, ти дин әһелдәре.Документһыҙ, тормошондағы «ҡараңғы тарихлы», йәшәргә урыны булмаған кешеләргә рәсми приюттарға эләгеү ҡатмарлы. Шулай булғас, күп осраҡта тәү ярҙамды уларға, ғәҙәттә, ошондай урындарҙа күрһәтәләр.