Мәғариф сменаһы

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты нигеҙендә Луганск Халыҡ республикаһынан килгән сығарылыш уҡыусылары өсөн мәғариф сменаһы асылды.

Дүрт көн дауамында 32 бала өсөн фәнни-белем биреү, ижади, мәҙәни, спорт саралары үтәсәк, Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап экскурсиялар ойоштороласаҡ. Луганск халыҡ республикаһы уҡыусылары менән хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова осрашты.

Көнкүрештәге ябай миҫалдар һәм үҙенсәлекле алымдар ярҙамында балаларға медиация алымдары өйрәтелә. Дәрес форматында түгел, мәғлүмәт уйын аша еткерелә. М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты үҙендә Луганск халыҡ республикаһынан килгән егет-ҡыҙҙарҙы ҡабул итте. Өфөлә ойошторолған беренсе мәғариф сменаһына Луганск халыҡ республикаһында Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22- се мәктәп һәм Сафа Хәсәнов исемендәге 29-сы мәктәп уҡыусылары йыйылды. Педагогия университеты үткән йыл был мәктәптәр менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгәйне. Көҙ уҡытыусылар менән осрашыу ойошторолдо, был юлы иғтибар сығарылыш уҡыусыларына.Сығарылыш уҡыусылары араһында әленән үк республика вуздарын һайлаусылар ҙа бар. Мәҫәлән, Алексей Бахметьев Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инергә ниәтләй. Башҡортостанда уҡырға теләге ҙур. Егет хатта башҡорт телен өйрәнә башлаған. Башҡорт педагогия университеты хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн бай мәғариф һәм күңел асыу программаһы төҙөгән. Сығарылыш уҡыусылары менән Башҡортостандың иң көслө һәм тәжрибәле уҡытыусылары эшләйәсәк. Лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү буйынса дәрестәр, тренингтар, белем интенсивтары ҡаралған. Уҡыусылар медиация буйынса тренинг үткән арала күрше бүлмәлә башҡорт педагогия университеты белгестәре Луганск халыҡ республикаһы уҡытыусылары менән аралаша тәжрибәләре менән уртаҡлаша.

Сығарылыш уҡыусылары өсөн мөһим аҙым яһар мәл етә. Был эштә ярҙам ҡулы һуҙып, дөрөҫ йүнәлеш биреү – беҙҙең төп бурыс тигән фекерҙә сараны ойоштороусылар. Луганск уҡыусыларына республиканың барлыҡ юғары уҡыу йорттары менән дә танышыу мөмкинлеге биреләсәк