Ҡош тиҙәге – халыҡ бәләһе

Тулыраҡ: Ҡош тиҙәге – халыҡ бәләһе

Беҙҙең редакцияға эшҡыуарҙарҙың яуапһыҙ ҡарашы арҡаһында саф һауанан мәхрүм Дорогино ауылында йәшәүселәр мөрәжәғәт итте. Урындағы ҡошсолоҡ фабрикаһынан килгән еҫтән кешеләр кире ҡалаға ҡаса, ә Шишмә районы Әмин ауылы халҡы ҡош тиҙәгенән сыҡҡан себендәрҙән ваз кисә. Беренсе төркөм инвалиды Наил Ишкилдин ярты йәйҙе тынсыу йортта үткәрергә мәжбүр. Бер нисә аҙна инде Дорогино ауылын ҡырҡыу еҫ баҫып алған. Тыныслыҡ, саф һауа тип ауылға күскән халыҡ, хәҙер киреһенсә, ҡалаға ҡасырға мәжбүр. Бөтәһенә лә ауыл янындағы ҡош фабрикаһынан сығарылған ҡалдыҡтар сәбәпсе ти урындағы халыҡ. Ҡош тиҙәге бер ниндәй эшкәртеү үткәрмәйенсә, баҫыуға сығарып түгелә, халыҡ зарлана башлағас яландың бер өлөшөн һөрөп тә ҡуялар, тик был ғына бәләнән ҡотҡармай. Ҡошсолоҡ фабрикаһынан Дорогино ауылының тәүге йорттарына тиклем ни бары 500 метр. Шуға күрә ҡалдыҡтарҙы сығара башлау менән ҡырҡыу еҫ бөтә ауылға тарала, ә улар араһындағы быуа хәҙер һыу инеү түгел балыҡ тоторға ла яраҡһыҙ.

Ҡариҙел йылғаһы ла был яландан 1 ярым 2 саҡрым алыҫлыҡта ғына ята, яҙғы һыуҙар менән уның төнъяҡ һыуалғыстарға эләгеүе лә ихтимал, сөнки Дорогин ауылында ҡоҙоҡтан һыу әле үк эсерлек түгел, халыҡ шешәләгеһен һатып ала, йә ситтән ташырға мәжбүр. Ә Шишмә районы Әмин ауылы халҡына себендәр өйөрө тыныс йәшәргә ирек бирмәй. Кис һайын йорт эсен ағыулап, ишек, тәҙрәләрҙә селтәр менән бикләп йәшәргә тура килә. Иң ҡурҡынысы – балалар араһында сирләү осраҡтары күбәйгән, бының да сәбәбен Әминдәр себендәрҙән күрә.Нисек кенә сәйер булмаһын, әммә уның дә сәбәбе – яланға түгелгән ҡош тиҙәгенә бәйле. Урындағы фермер быйыл яҙ Авдон ҡошсолоҡ фабрикаһы ҡалдыҡтарын ҡуртымға алынған майҙандарына түктерә. Бында үрсегән бөжәктәр эргә тирәләге ауылдарға тарала.Еҫтән, себендән интеккән халыҡ эшҡыуарға зарланып та ҡарай, экологтарға ла ялыу яҙа, һөҙөмтәһеҙ. Беҙҙең ижади төркөм килере хаҡында әйткәс кенә баҫыуҙы һөрөргә сыҡты, ти халыҡ. Фермер тиҙәкте ашлама өсөн индерҙем тип аҡлана, эҙемтәһе тураһында уйламаным, киләһе йылға ҡабатланмаясаҡ тип ышандырҙы.Әйтергә кәрәк, был тәүге осраҡ түгел. Өфө районындағы оҡшаш хәлдән һуң, Республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡошсолоҡ фабрикаһы ҡалдыҡтарын эшкәртеү ысулын табырға ҡушты һәм кешеләр саф һауа һуларға тейеш тип белдергәйне. Тик әлегә эшҡыуарҙар үҙ проблемаһынан ҡотолам тип халыҡҡа бәлә генә яһауын дауам итә.