Унда иҡтисад һәм социаль өлкәнең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Белорет районы һуңғы йылдарҙа йылдам үҫешә. Юлдар һалына, заманса предприятиелар барлыҡҡа килә, эш урындары булдырыла.Туризм өлкәһенең үҫеш мөмкинлектәре ҙур. Белорет районында әле бер-нисә тау саңғыһы комплексы эшләй. Яҡын арала «Урал легендаһы» турист кластерының нигеҙе булған «Мраткино» спорт үҙәге үҫеш аласаҡ. Үҙәктә яһалма ҡар системаһы, канат юлы, саңғы юлдары бар. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, 2025 йылға тиклем яңы ҡунаҡханалар, спорт объекттары, кластерҙың заманса инфраструктураһын эшләргә кәрәк. Әммә ҡайһы бер тармаҡтарҙа, атап әйткәндә, ағас эшкәртеү комплексында башланған проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн өҫтәмә саралар кәрәк. Үҙ сығышында Рөстәм Хәмитов яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа, социаль-иҡтисади өлкәне үҫтереүҙә кешеләрҙең роленә айырыуса ҙур иғтибар бирҙе. Етәкселәр ҙә, башҡарыусылар ҙа алдарында торған бурысты аныҡ билдәлдәп ғәҙел эшләргә тейеш. Тик шул саҡта ғына һөҙөмтәләр амбициялы пландарға тап киләсәк. Дәүләт Думаһына һайлау үҫеш өсөн, берҙәм социаль-иҡтисади сәйәсәтте тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы идарасылар командаһын булдырыуҙа мөһим аҙым, тине Рөстәм Хәмитов.
Белорет ҡалаһында Республика башлығы райондың Берҙәм Рәсәй фирҡәһе бүлексәһе активы менән осрашты
Тулыраҡ: Белорет ҡалаһында Республика башлығы райондың Берҙәм Рәсәй фирҡәһе бүлексәһе активы менән осрашты