Благовар районының Иҫке Күсәрбай ауылында йәшәүсе Куклиндар янғында торлаҡһыҙ ҡалған

Тулыраҡ: Благовар районының Иҫке Күсәрбай ауылында йәшәүсе Куклиндар янғында торлаҡһыҙ ҡалған

Әле улар дүрт балаһы менән таҡтанан эшләнгән бәләкәй генә йәйге аласыҡта көн итергә мәжбүр. Йорттарының янғында юҡҡа сығыуына дүрт ай үтһә лә, Анна Куклина торлаҡһыҙ ҡалдырған был фажиғәне күҙ йәштәре аша һөйләй. Сөнки күп балалы ғаиләнең һаман да торор урыны юҡ. Таҡтанан эшләнгән биш квадрат метрлыҡ бәләкәй генә аласыҡта алты кеше көн итә. Балалар түшәм менән ҡыйыҡ араһында йоҡларға мәжбүр. Ә тәүге осорҙа уларҙы бөтөнләй балалар йортона тапшырып торғандар.Куклиндар Себерҙән ҡайтып, Благовар районының Иҫке Күсәрбай ауылында әсәлек капиталы аҡсаһына йорт һатып ала. Үҙҙәренең өс балаһына һәм балалыҡҡа алған апаһының улына йәшәүе иркен булһын өсөн өйҙө киңәйтеп, төҙөкләндерә башлай. Әммә апрель айындағы янғын бөтә торлаҡты көлгә әйләндерә. Урындағы хакимиәт янғында торлаҡһыҙ ҡалған ғаиләгә йәшәргә урын биргән. Әммә иҫке мәктәп-интернат бинаһында урынлашҡан ватыҡ тәҙрәле, йылытылмаған бүлмәлә ҡышлау мөмкин түгел.Куклиндарға әле ошо йортто тәҡдим иткәндәр. Өй йылытылмай, әммә ваҡытлыса йәшәп торор өсөн шарттар бар. Тик ғаилә бында күсеү менән элект энергияһын һүндергәндәр. Ғаилә башлыҡтары ут һәм газды йортҡа яңынан тоташтырыр өсөн документтар юллап йөрөй. Әммә бында ла ҡаршылыҡтар юҡ түгел.Һыуыҡтар еткәнсе был мәсьәләләр хәл ителмәһә, йәшәргә урындары табылмаһа, Куклиндарҙың балаларын тартып алыуҙары ихтимал.