Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй Украина менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙөү яҡлы түгел. Был турала Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров Германия сит ил эштәре министры Франк Вальтер Штайнмайер менән осрашыуҙа белдерҙе.

Быға тиклем Рәсәй хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев Украина менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙөү ихтималлығын инҡар итмәгәйне.

Нью Йоркта 55 йәшлек имам һәм уның 64 йәшлек ярҙамсыһы атып үлтерелгән. Улар намаҙҙан ҡайтып килгәндә билдәһеҙ кеше һөжүм итә һәм енәйәт урынынан ҡаса. Әле полиция шаһиттарҙан һорау ала башлаған. Полиция вәкилдәре енәйәт дини нәфрәт нигеҙендә эшләнмәгән тип белдерә.

Италияла ишәктәрҙә сабышыу буйынса ярыштар үткән. Сабышта иң мөһиме тиҙлек түгел, ә тәккәбер хайуанды кәрәкле йүнәлештә хәрәкәт иттерә белеү. Италияла ауыл хужалығында ишәкһеҙ бер генә эш тә башҡарылмай, шуға ла 1983 йылдан ошондай ярыштар үткәрелә.