Батыр яҡташыбыҙ менән хушлашырға Башҡортостан башлығы ла килгәйне. Радий Хәбиров мәрхүмдең әсәһенә Шайморатов орденын тапшырҙы. Рәсәй Геройы Шафран ауылы янындағы Туғандар ҡәберлегендә ерләнде. Ҡурҡыу белмәҫ егеттең батырлыҡтары тураһында хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева.
Ҡыйыу ҡарашы, баһадир кәүҙәһе һәм көслө тауышы менән ул тирә-яҡтағыларҙы һоҡландырып, бар иғтибарҙы йәлеп итә торған ысын ир-егет булған. Хәрби бурысын үтәгәндә лә десантсы Алмаз Сафин үҙен ҡыйыу йәрәкле, көслө рухлы һалдат итеп танытҡан. Уның батырлығы менән махсус хәрби операцияла ҡаты алыш мәлендә күп кенә дошман ҡыйратылған, техникаһы һәм ҡоралдары юҡҡа сығарылған.Ҡаты яраланһа ла, старшина үҙ взводы менән һуңғы һулышына тиклем командалыҡ иткән. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн ил президенты Указы менән старшина Алмаз Сафинға үлгәндән һуң "Рәсәй Геройы" исеме бирелде. Башҡортостан башлығы һалдаттың тормош иптәшенә Миңлеғәле Шайморатов орденын да тапшырҙы.Алмаз Сафиндың ғаиләһе: әсәһе, тормош иптәше һәм өс балаһы ҡарауһыҙ ҡалмаясаҡ, тине төбәк етәксеһе. Батырҙың хәтерен мәңгеләштереү йәһәтенән дә тейешле саралар күреләсәк.Әлшәй районының Раевка ауылында тыуып үҫкән егет, урта белем алғандан һуң, Бердск ҡалаһына электромеханика колледжына һөнәр үҙләштергә юллана, шунда уҡ, Новосибирск юғары хәрби команда училищеһында контракт буйынса хеҙмәт итергә ҡала. Махсус хәрби операцияла 2022 йылдың 30 сентябренән алып ҡатнашҡан. Алмаздың олатаһы ла 112-се башҡорт кавалерия дивизяһы составында Бөйөк Ватан һуғышында тыуған илен яҡлаған. Батырлыҡ Алмаздың ҡанында. Иртә атаһын юғалтһа ла, әсәһенең генә ҡарауында ҡалһа ла, ул ысын ир-егет булып үҫте, ти яҡындары.Алмаз Сафин Шафран ауылында Туғандар ҡәберлегендә ерләнде. Унда тағы ла 368 һалдат-яҡташтарының һуңғы төйәге урынлашҡан. Әйткәндәй, Әлшәй ере батырҙарға бай төбәк. Район мәҙәниәт йортонда Алмаз Сафин менән бергә, махсус хәрби операцияла ҡатнашып, батырҙарса һәләк булған тағы ла 4 һалдаттың рәсеме урын алған. Уларҙың яҡындары менән республика башлығы Радий Хәбиров осрашып, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм улдарының Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Радий Хәбиров һалдаттарҙың ата-әсәләренә республика кардиодиспансерында дауаланыу һәм реабилитация курсы үтергә тәҡдим итте. Ғөмүмән, Башҡортостандың иң яҡшы улдарының яҡындары иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, тине төбәк етәксеһе.