Аҙнаның йомғаҡлау көндәрендә Радий Хәбиров етәкселегендәге Башкортостан делегацияһы Беларусь республикаһында эшләне. Рәсми визиттың маҡсаты төбәк–ара хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеү. Социаль селтәрҙәге мөрәжәғәтендә Башҡортостан башлығы был осрашыуҙар республика һәм Беларусь предприятиелары менән килешелгән партнерлыҡты нығытыр, тигән ышаныс белдерҙе. Союздаш дәүләт биләмәһендә үткән эшлекле программаға хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева байҡау яһаны.
Яңы завод, юғары тәңгәлле станоктар һәм зубрҙар. Туғандаш республикалағы эш сәфәре уңышлы, тип баһаланды. Башҡортостан менән Беларусь хеҙмәттәшлеге ыңғай иҡтисади күрһәткестәрҙе дәлилләй. Белстат мәғлүмәттәре 2022 йылдың 11 айында төбәк-ара тауар әйләшешенең 11 процентҡа, тиерлек артыуын асыҡлаған. Хеҙмәттәшлек сәнәғәт, ауыл хужалығы, машиналар төҙөү тармаҡтарында киң үҫеш ала. Өфөлә ауыл хужалығы техникаһын етештереүсе «Амкодор» заводы ҡоролоуы мәғлүм. Быйыл уҡ республикала иген киптереү-эшкәртеү ҡоролмалары етештереүҙе яйға һалыу көтөлә. Киләсәктә заводта коммуналь хужалыҡ өсөн техника ла сығарыла башлай. Бөгөн Беларусь менән килешелгәндәргә өҫтәп сауҙа ғына түгел, етештереү йәһәтенән тәрән интеграция тураһында ла һүҙ бара. Бәләбәйҙең "Автонормаль" заводы "МАЗ" менән көнкүреш техникаһы етештергән "Атлант" предприятиеһы өсөн беркетеү деталдәре оҙата башланы. "Урал пружина заводы" машиналар төҙөү, ә "Ишембай катализатор заводы" Беларусь химия сәнәғәте мохтажлыҡтарына продукция әҙерләйәсәк.
"МАЗ" менән берлектә троллейбустар етештереү дауам итә. Башҡортостан башлығы белдереүенсә, 2023 йылдың көҙөнә Өфө 40 яңы троллейбус алырға йыйына. Минскиҙа төҙөлгән йәнә бер килешеү станоктар төҙөү өлкәһенең матди-техник базаһын нығытыуға, фәнни-техник проекттарҙы бойомға ашырырға булышлыҡ итә һәм кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙе күҙ уңында тота. Республика станок төҙөүселәре Беларусь предприятелары менән етештереү һәм импорт алмаштырыу буйынса кооперация нигеҙендә юғары тәңгәлле ҡоролмалар яһау, кесе габаритлы һәм станоктар төҙөр өсөн кәрәкле агрегаттар етештереү тураһында килеште.Башҡортостан Беларусь республикаһына сода, химик таҙартыу саралары кеүек үҙ продукцияһын тәҡдим итә. Ошо хаҡта Беларусь президентының эштәр идарасыһы Юрий Назаров Һәм Премьер-министр Роман Головченко менән осрашыуҙа килешелде.
Сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлектең йәнә бер ҡыҙыҡлы йүнәлеше — Башҡортостанда ҡыр үгеҙе — зубрҙар — популяцияһын үҫтереү. Беларусь белгестәре бер нисә баш тапшырырға әҙер, төбәктә был хайуандар яраҡлашһын өсөн уңайлы шарттар булдырыу мөһим.
Беларусь менән хеҙмәттәшлекте нығытыу йүнәлештәре төбәктәрҙең быйыл йәй Өфөлә ойоштороласаҡ унынсы форумында билдәләнәсәк. Ике республика бер-береһенә иҡтисади һәм сәнәғәти мөмкинлектәр генә түгел, сәйәхәттәр өсөн дә ҡыҙыҡлы. Эшлекле бәйләнештәр туризмдың үҫешенә лә булышлыҡ итәсәк. 2023 йылдың яҙында Өфө менән Минск араһында тура авиарейс асырға иҫәп бар. Пассажир ташыуҙы Рәсәй кампанияһы үҙ иңенә ала.
Рәсми визит барышындағы мәҙәни программа сиктәрендә Башҡортостан делегацияһы Гомель ҡалаһында һарай-парк комплексын ҡараны һәм Красный Берег ауылында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ҡыҙғаныс ваҡиғалар нигеҙендә ҡоролған мемориал менән танышты. Халыҡта "Детская Хатынь" тигән атама алған тарихи һәйкәл 1943-44 йылдарҙа Белоруссия биләмәһендә фашистар язалаған балалар иҫтәлеген һаҡлай. Рәсәй хәрби тарих йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе һәм Республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Рәмил Рәхимов белдереүенсә, ошоға оҡшаш мемориал Донецк халыҡ республикаһында ла бар. "Илаһиҙар Аллеяһы" нацизм идеологияһынан хәҙерге ваҡытта яза күргән тыныс халыҡ хәтерен мәңгеләштерә. Башҡортостан Донбасс һәм Рәсәйҙең башҡа яңы биләмәләрендә балалар өсөн тыныс тормош тергеҙергә күп көс һала. Луганск Халыҡ республикаһының Петровское ауылында мәктәп төҙөлдө, балалар Башҡортостан шифаханаларында сәләмәтлеген нығыта. Башҡортостан ир-егеттәре әле махсус хәрби операция биләмәһендә бынан бер нисә тиҫтә йыл элек булған ҡурҡыныс ваҡиғалар ҡабатланмаһын өсөн көрәшә.