Хәрбиҙәрҙе яҡлау буйынса өҫтәмә саралар

Радий Хәбиров Шайморатов, Доставалов һәм Салауат Юлаев батальондарында хәрби хеҙмәт үтеүселәрҙе социаль яҡлау буйынса өҫтәмә саралар тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Радий Хәбиров Шайморатов, Доставалов һәм Салауат Юлаев батальондарында хәрби хеҙмәт үтеүселәрҙе социаль яҡлау буйынса өҫтәмә саралар тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, доброволец махсус хәрби операция режимында 180 көн хеҙмәт итә икән уға 200 мең һум бүленә. Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә был эште тиҙ арала ойошторорға ҡушты. Махсус хәрби операция башланыу менән Башҡортостан халҡы тәүгеләрҙән булып ил һағына баҫты. Республикала Рәсәй геройҙары Миңлеғәли Шайморатов, Александр Доставалов, милли батыр Салауат Юлаев исемендәге батальондар ойошторолдо. Көҙ улар менән бергә мобилизацияланыусылар ҙа хәрби бурысын үтәй башланы. Хәрбиҙәрҙе кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеү йәһәтенән республикала байтаҡ эштәр башҡарыла. Был эшкә предприятиелар, эшҡыуарҙар, халыҡ та ҡушылды. Былтыр ғына хәрби операция зонаһына 28 "Нива", 68 "УАЗ", 4 "УРАЛ", 3 "ЗИЛ" машинаһы, экскаватор, квадроцикл һәм башҡа бик күп техника, гуманитар конвойҙар ебәрелгән.