Саҡмағоштар эшләй ҙә, ял итә лә белә

Саҡмағош районы Аблай ауылында "Айыҡ ауыл" һәм "Уңайлы спорт" конкурсы сиктәрендә матур байрам ойошторолдо.

Сара билдәле йәмәғәт эшмәкәре, "Уңайлы спорт" төбәк проекты координаторы, Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары, меценат Фәрит Ғиндуллин ярҙамында ғәмәлгә ашырылды.

Һигеҙенсе тиҫтәһен тултырып килеүсе Лиүзә ханым скандинав йөрөшө менән күптән шөғөлләнә. Йәшлекте һәм хатта ғүмерҙе оҙайтыусы, яҡшы кәйеф бүләк итеүсе спорт төрө, тип атай уны ағинәй. Шуға күрә был сарала ла ҙур теләк менән ҡатнаша. Аблай ауылында ойошторолған сараға яҡын тирә ауылдарҙан да килгәндәр. Ололар ҙа йәштәр ҙә берҙәй теләп дәррәү ҡатнаша унда.Спорт һәр саҡ кешегә ыңғай тәҫьир итә: көслө, ныҡыш, тәртипле булырға, башлаған эште еренә еткерергә өйрәтә. Ә Аблай ауылы халҡы был йәһәттән бер ваҡытта ла һынатҡаны юҡ. Аблай ауылында меңгә яҡын кеше йәшәй. Һәр ғаилә тиерлек спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Һуңғы йылдарҙа ауылда скандинав йөрөү алымы менән мауығыусылар күбәйгән. Тәүҙәрәк ҡулдарына махсус таяҡ тотоп, йәйәү йөрөүселәрҙе осратыу ҡыҙыҡ күренһә, хәҙер был спорт төрө популярға әйләнә. Сара күңелле йыр моң, хуш еҫле сәй эсеү, тәмле ҡоймаҡ-бәлештәр менән һыйланыу, бүләктәр алыу менән намамланды.