"Шыршыларҙы – юнысҡыға"

Акция 29 ғинуарға тиклем дауам итәсәк.

Йәшел акция сиктәрендә республикала яңы йыл ҡупшыҡайҙарын эшкәртеүгә йыя башланылар. Башҡортостанда бындай йәшел акция "Экология" милли проектын ҡеүәтләп үткәрелә. Уға ярашлы, 2024-се йылға тиклем ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың кәмендә 12 проценты яңынан эшкәртеүгә йүнәлтелергә тейеш. Теманы хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова дауам итә.

"Шыршыларҙы – юнысҡыға" экологик акцияһы сиктәрендә теләгән һәр кем махсус тәғәйен урынға үҙ шыршыһын килтереп тапшыра ала. Өфөлә бөтәһе 16 ҡабул итеү пункты эшләй. Һәр береһе акция айҡанлы ҡала халҡына байрам әҙерләгән. Шыршы тапшырырға килгәндәрҙе әкиәт персонаждары ҡаршы ала, бүләктәр өләшә. Ағасты бөтә биҙәү әйберҙәренән таҙартырға, ҡойолған энәләрен һепереп алырға һәм төрөп махсус ҡабул итеү пунктына алып барырға. "Шыршыларҙы — юнысҡыға" акцияһында ҡатнашыу өсөн талаптар ошо ғына. Шыршыларын килтереүселәр экологияға битараф булмаған кешеләр, ти сараны ойоштороусылар. Күптәре махсус рәүештә был акцияны көткән. Беҙҙең ижади төркөм дә саранан ситтә ҡалмай, редакциябыҙҙы йәмләп ултырған шыршыны тапшырырға булды. Ошо көндәрҙә акция сиктәрендә махсус автомобиль урамдар буйлап ағастарҙы йыйасаҡ. Йыйылған шыршылар эшкәртеү предприятиеларына оҙатыла. Сеймал киләсәктә ишек, йә башҡа мебель етештереүгә йүнәлтелә. Ошо рәүешле Яңы йыл ҡупшыҡайҙарына икенсе ғүмер бирелә. Акция 29 ғинуарға тиклем дауам итәсәк.